Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІV Батшалар 23:4 - Изге Яҙма

4 Батша баш ҡаһин Хилҡияһҡа, ҡаһин ярҙамсыларына һәм тупһа һаҡсыларына Бәғел, Ашера һәм күк есемдәре өсөн яһалған бөтә нәмәләрҙе Раббы ҡорамынан сығарырға бойорҙо. Был әйберҙәрҙе Йәрүсәлимдең тышында, Ҡидрон үҙәне ҡырҙарында яндырҙы һәм көлөн Бейт-Ил ҡалаһына алып барҙы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІV Батшалар 23:4
35 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Батша кешеләре үткән саҡта, бөтөн ил-йорт зар илап ҡалды. Батша Ҡидрон кисеүе аша сыҡты һәм бар халыҡ сүлгә йүнәлде.


Был алтын башмаҡтарҙың береһен Бейт-Илгә, икенсеһен Данға ҡуйҙырҙы.


Ашера хөрмәтенә ерәнгес һын ҡуйҙырған өсөн Аса батша әсәһе Мағаханы батша әсәһе дәрәжәһенән мәхрүм итте һәм, был һынды тураҡлап, Ҡидрон үҙәнендә яндырҙы.


Неват улы Яровғам ҡылған гонаһтарҙы ҡабатлауы ғына етмәгән, Сидон батшаһы Әҫбәғелдең ҡыҙы Изевелгә өйләнеп, ялған илаһ Бәғелгә табына һәм уға хеҙмәт итә башланы.


Ә хәҙер бөтә Исраил халҡын минең яныма Кармәл тауына йыйҙыр. Бәғелдең Изевел табынында ашап-эскән дүрт йөҙ илле пәйғәмбәре һәм алиһә Ашераға табынған дүрт йөҙ пәйғәмбәр ҙә шунда килһен.


Бәғелдең пәйғәмбәрҙәре үҙҙәренә бирелгән башмаҡты алып, уны әҙерләнеләр ҙә: – Эй Бәғел, яуап бир беҙгә! – тип ҡысҡыра башланылар. Иртәнән төшкә тиклем ялбарҙылар, үҙҙәре яһаған ҡорбан усағы тирәләп бер туҡтамай һикерештеләр, тик уларға бер ниндәй ҙә яуап булманы.


– Бәғелдең пәйғәмбәрҙәрен тотоғоҙ, – тип бойорҙо Ильяс. – Береһе лә ҡасып ҡотола алмаһын! Халыҡ был пәйғәмбәрҙәрҙең барыһын да тотоп алды. Ильяс уларҙы Ҡишон йылғаһы буйына алып барып үлтерҙе.


Хәйер, Мин Исраилда Бәғел алдында теҙ сүгеп, уны үбеүҙән баш тартҡан ете мең кешене иҫән ҡалдырасаҡмын, – тине Раббы.


һәм ундағы табыныу бағаналарын алып сығып яндырҙылар.


Һандыҡта аҡса күп йыйылған һайын, батшаның кәтибе менән баш ҡаһин Раббы ҡорамына килтерелгән аҡсаларҙы иҫәпләп, тоҡҡа тултырҙы.


Аллалары Раббының бөтә бойороҡтарын үтәүҙән баш тарттылар, үҙҙәренә табыныу өсөн ике башмаҡ һыны ҡойоп алдылар, Ашераға ҡолға ҡуйҙылар, күк есемдәренә табындылар, Бәғелгә хеҙмәт иттеләр.


Атаһы Хизкияһ емерткән табыныу ҡалҡыулыҡтарын яңынан торғоҙҙо. Исраил батшаһы Ахав кеүек Бәғелгә ҡорбан усаҡтары төҙөттө, Ашераға ҡолғалар ҡуйҙырҙы, барлыҡ күк есемдәренә сәждә ҡылып, уларға табынды.


Раббы ҡорамының ике ихатаһында ла бөтә күк есемдәренә бағышлап ҡорбан усаҡтары яһатты.


Менашше Ашераның ҡолғаһын Раббы ҡорамына урынлаштырҙы. Ә бит Раббы Дауыт менән уның улы Сөләймәнгә: «Был йортта һәм Мин Исраилдың бөтә ырыуҙары араһынан һайлап алған Йәрүсәлимдә исемем мәңгегә төйәкләнер.


– Баш ҡаһин Хилҡияһҡа барып әйт, тупһа һаҡсылары Раббы ҡорамына килгән халыҡтан йыйған көмөштө алып һанаһындар.


Ахаздың өҫкө ҡаттағы бүлмәһенең түбәһендә Йәһүҙә батшалары эшләткән ҡорбан усаҡтарын, Менашше Раббы ҡорамының ике ихатаһында ла яһатҡан ҡорбан усаҡтарын ҡолатты, уларҙы емертеп, онтағын Ҡидрон үҙәненә ташланы.


Быларҙан башҡа батша Исраилды гонаһҡа батырған Яровғам Неват улы Бейт-Илдә төҙөткән ҡорбан усағын табыныу урыны менән бергә емерҙе, табыныу урынын яндырып, көл-туҙанға әйләндерҙе, Ашераның ҡолғаһын яҡты.


Нөгәрҙәр башлығы баш ҡаһин Сераяһты, ҡаһин ярҙамсыһы Сефанъяһты, өс тупһа һаҡсыһын әсиргә алды.


Ашера хөрмәтенә ерәнгес һын ҡуйҙырған өсөн Аса батша әсәһе Мағаханы батша әсәһе дәрәжәһенән мәхрүм итә һәм, был һынды тураҡлап, Ҡидрон үҙәнендә яндыра.


Атаһы Хизкияһ емергән табыныу ҡалҡыулыҡтарын яңынан торғоҙа, Бәғелдәргә ҡорбан усаҡтары төҙөтә, Ашераға ҡолғалар ҡуйҙыра, барлыҡ күк есемдәренә сәждә ҡылып, уларға табына.


Менашше Алла ҡорамына ырып яһалған һынды урынлаштыра. Ә бит Алла Дауыт менән уның улы Сөләймәнгә: «Был йортта һәм Мин Исраилдың бөтә ырыуҙары араһынан һайлап алған Йәрүсәлимдә исемем мәңгегә төйәкләнер.


Боттарға ҡорбан килтергән усаҡтарын Аҡташ һымаҡ онтап бөтһә, Ашераға ҡуйылған ҡолғаларҙы, Хуш еҫ төтәтеү усаҡтарын емерһә, Гонаһынан арыныуының билдәһе шул булыр, Яҡуп нәҫеленең ғәйебе шуның менән пакланыр.


Нөгәрҙәр башлығы баш ҡаһин Сераяһты, ҡаһин ярҙамсыһы Сефанъяһты, өс тупһа һаҡсыһын әсиргә алды.


Урлашаһығыҙ, кеше үлтерәһегеҙ, зина ҡылаһығыҙ, ялған ант бирәһегеҙ, Бәғелгә хуш еҫ төтәтәһегеҙ, үҙегеҙ элек белмәгән илаһтарға эйәрәһегеҙ.


Раббы миңә: – Эй әҙәм улы, һин уларҙың нимә эшләгәндәрен күрәһеңме? Мине Изге торлағымдан алыҫлаштырыр өсөн Исраил халҡы бында күп әшәкелектәр ҡыла. Әле һин бынан да ерәнгесерәк нәмәләр күрерһең, – тине.


Һин, Исраил, уйнаш итһәң дә, исмаһам, Йәһүҙә ғәйепкә тарымаһа ине. Гилгалға йөрөмәгеҙ, Бейт-Ауенға сыҡмағыҙ, Унда: „Тере Раббы шаһит!“ – тип ант итмәгеҙ.


«Инде Бейт-Илгә килеп гонаһ ҡылығыҙ, Гилгалға барып гонаһығыҙҙы арттырығыҙ! Иртә һайын ҡорбан килтерегеҙ, Өс көн һайын ғөшөрөгөҙҙө бирегеҙ.


Ҡулымды Йәһүҙәгә ҡаршы, Йәрүсәлимдә йәшәүселәргә ҡаршы күтәрәм, Бәғелдең ҡалдығын бөтөрәм, Боттарға табынған ҡаһиндарҙың Хатта исемен юйып ташлайым.


Ошо ваҡытта баш ҡаһиндар һәм халыҡ аҡһаҡалдары Ҡаяфас исемле иң баш ҡаһиндың һарайында йыйылғайны.


Иртән иртүк бөтә баш ҡаһиндар һәм халыҡ аҡһаҡалдары кәңәшкә йыйылып, Ғайса үлтерелергә тейеш, тигән ҡарар сығарҙы.


Ошо һүҙҙәрҙе әйткәндән һуң, Ғайса Үҙенең шәкерттәре менән Ҡидрон үҙәнен үтеп, шундағы баҡсаға барып инде.


Улар, Раббыны ташлап, Бәғел һәм Ғаштареҫ боттарына табына башланылар.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ