Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІV Батшалар 23:33 - Изге Яҙма

33 Йәрүсәлимдә башҡа батшалыҡ итмәһен өсөн, фирғәүен Нехо Йеһоахазды Хамаҫ ерендә, Ривлала, әсиргә алды һәм Йәһүҙәгә йөҙ талант көмөш, бер талант алтын күләмендә түләү һалды.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІV Батшалар 23:33
18 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Аллабыҙ Раббы хозурында Сөләймән менән бергә бөтә Исраил – Лево-Хамаҫтан алып Мысыр сигендәге йылғаға тиклем йәшәгән барса халыҡ – ҙур йыйын булып ете көн байрам итте. Ете көн, унан тағы ете көнгә, йәмғеһе ун дүрт көнгә һуҙылған оло бер байрам булды.


Йәһүҙә батшаһы Хизкияһ ул ваҡытта Лахиш ҡалаһында булған Ашшур батшаһына: «Һинең алдыңда ғәйеплемен. Минең илемдән кит. Күпме һораһаң, шул тиклем түләрмен», – тигән хәбәр ебәрҙе. Ашшур батшаһы Йәһүҙә батшаһынан өс йөҙ талант көмөш һәм утыҙ талант алтын талап итте.


Йошияһ батшалыҡ иткән осорҙа Мысыр фирғәүене Нехо, Ашшур батшаһына ярҙам итер өсөн, яу менән Евфрат йылғаһына йүнәлде. Йошияһ батша уға ҡаршы сыҡты һәм фирғәүен, Йошияһ менән Мегиддола осрашып, уны үлтерҙе.


Йеһояҡим фирғәүенгә алтынды һәм көмөштө бирҙе. Фирғәүен талап иткән тиклем алтын-көмөш йыйыр өсөн Йеһояҡим ил халҡына, һәр береһенең байлығына ҡарап, һалым һалды.


Нөгәрҙәр башлығы Невузарадан уларҙың барыһын да Ривлаға Бабил батшаһына алып барҙы.


Батшаны әсиргә алып, Ривлаға Бабил батшаһына килтерҙеләр һәм шунда уға хөкөм сығарҙылар.


Ир-ат һуғышҡан ваҡытта ауырлы ҡатынға һуғып, тегеһенең балаһы төшһә, әммә үҙенә башҡа зыян килмәһә, ғәйепле кеше ҡатындың төшкән ауыры өсөн иренең талабы менән хакимдар әйткән күләмдә аҡса түләргә тейеш.


Ярһыу әҙәмгә ваҡытында язаһын бирергә тейешһең; бер аяһаң, тағы ла насарыраҡ булыр.


Был һүҙҙәр Мысыр хаҡында һәм Мысыр батшаһы Нехо фирғәүендең Евфрат йылғаһы буйындағы Каркемиш янына килеп туҡтаған ғәскәре тураһында ине. Йәһүҙә батшаһы Йеһояҡим Йошияһ улы хакимлығының дүртенсе йылында Бабил батшаһы Навуходоносор был ғәскәрҙе ҡыйратты.


Уларҙың ҡәлғәләрен емерҙе, Ҡалаларын харабаға әйләндерҙе; Илдә йәшәгән барыһы Уның ырылдауынан ҡурҡыуға төштө.


Уны, ырғаҡ менән эләктереп, Ситлеккә ултырттылар, Бабил батшаһына килтерҙеләр; Тауышы Исраил тауҙарында Башҡаса ишетелмәһен тип, Уны бик аҫтында тоттолар.


Ерҙәре ниндәй – уңдырышлымы, түгелме? Урманы бармы, юҡмы? Ҡыйыу булығыҙ, ундағы емештәрҙе алып ҡайтығыҙ. Йөҙөм бешә башлаған мәл ине.


Шефамдан сик Ғайндың көнсығышынан Ривлаға тартылыр, шунан көнсығыштан Киннереҫ күле ярҙарына терәлер.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ