30 Хеҙмәтселәре Йошияһтың мәйетен яу арбаһында Мегиддонан Йәрүсәлимгә алып ҡайтып, үҙенең төрбәһенә дәфен ҡылды. Йәһүҙә халҡы Йошияһтың улы Йеһоахазды мәсехләп, уны атаһы урынына батша итеп ҡуйҙы.
Йәһүҙә халҡы Амасъяһ урынына уның ун алты йәшлек улы Ғазаръяһты тәхеткә ултыртты.
Ил халҡы Амонға ҡаршы фетнә ойошторғандарҙың барыһын да ҡырып, улы Йошияһты батша итеп ҡуйҙы.
Шуға күрә Мин һине ата-бабаларың янына оҙатырмын, һин тыныслыҡта дәфен ҡылынырһың. Күҙҙәрең был урынға Мин килтерәсәк оло һәләкәтте күрмәҫ“». Ҡайтып, был яуапты батшаға һөйләп бирҙеләр.
Хеҙмәтселәре уны яу арбаһында Йәрүсәлимгә алып ҡайтты һәм Дауыт ҡалаһында ата-бабалары янында үҙ төрбәһенә дәфен ҡылды.
Йошияһ Алла ҡорамын тәртипкә һалғандан һуң, Мысыр батшаһы Нехо яу менән Евфрат буйындағы Каркемишҡа йүнәлә. Йошияһ уға ҡаршы сыға.
Хеҙмәтселәре уны, яу арбаһынан төшөрөп, икенсе арбаға ултырта һәм Йәрүсәлимгә алып ҡайта. Ул вафат була, ата-бабалары төрбәһенә дәфен ҡылына. Бөтә Йәһүҙә менән Йәрүсәлим Йошияһ өсөн ҡайғырып илай.
Үлгән өсөн иламағыҙ, йәш түкмәгеҙ; Һөргөнгә алып кителгәнгә әрнеп илағыҙ, Сөнки ул инде әйләнеп ҡайтмаҫ, Тыуған ерен башҡаса күрмәҫ.
Атаһы Йошияһ урынына Йәһүҙә батшаһы булған һәм был илдән һөргөнгә алып кителгән Шаллум Йошияһ улы тураһында Раббы былай ти: – Ул ҡабаттан бында ҡайтмаясаҡ,
– Ә һин Исраил хакимдары өсөн һыҡтау йырлап әйт: