Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІV Батшалар 23:24 - Изге Яҙма

24 Быларҙан башҡа Йошияһ, Хилҡияһ ҡаһин Раббы ҡорамында тапҡан китапта яҙылған ҡанунға ярашлы, әруахтарҙың рухын саҡырыусыларҙы һәм күрәҙәселәрҙе, йорт илаһтарының һындарын һәм боттарҙы, Йәһүҙә ерендә һәм Йәрүсәлимдә күренгән барлыҡ әшәкелектәрҙе юҡ итте.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІV Батшалар 23:24
21 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Лавандың һарыҡ йөнө ҡырҡырға киткән сағы ине. Рәхилә, атаһының юҡлығы менән файҙаланып, йортондағы илаһ һындарын үҙе менән алды.


– Йәһүҙә батшаһы Менашше был ерәнгес эштәрҙе ҡылғаны, үҙҙәренән алда йәшәгән әмөриҙәрҙән дә уҙҙырып, күп әшәкелектәр эшләгәне, боттарға табындырып, Йәһүҙә халҡын гонаһҡа батырғаны өсөн


һәр эштә атаһының юлын ҡыуып, атаһы хеҙмәт иткән боттарға табынды, уларға хеҙмәт итте.


Атаһы Хизкияһ емерткән табыныу ҡалҡыулыҡтарын яңынан торғоҙҙо. Исраил батшаһы Ахав кеүек Бәғелгә ҡорбан усаҡтары төҙөттө, Ашераға ҡолғалар ҡуйҙырҙы, барлыҡ күк есемдәренә сәждә ҡылып, уларға табынды.


Улын утҡа һалып ҡорбан итте, күрәҙәлек һәм сихыр менән шөғөлләнде, әруахтарҙың рухын саҡырыусылар, тылсымсылар менән аралашты, Раббы хуш күрмәгән бик күп эштәр ҡылып Уны асыуландырҙы.


Шулай итеп, Раббыға бағышланған был Ҡотҡарылыу байрамы Йошияһ батшалығының ун һигеҙенсе йылында Йәрүсәлимдә уҙғарылды.


Мысырҙарҙың рухы һыныр, Ниәттәрен бушҡа сығарырмын. Улар боттарға, үлгәндәрҙең рухына, Әруахтарҙы саҡырыусыларға, Күрәҙәселәргә кәңәш һорап барыр.


Был Исраил халҡы оҙаҡ ваҡыт батшаһыҙ һәм башлыҡһыҙ, ҡорбанһыҙ һәм табыныу бағаналарһыҙ, эфодһыҙ һәм йорт илаһтарыһыҙ йәшәйәсәк тигәнде аңлата.


Әруахтарҙың рухын саҡырыусыларға мөрәжәғәт итмәгеҙ, сихырсыларға йөрөмәгеҙ, уларға барып үҙегеҙҙе нәжесләмәгеҙ. Мин Аллағыҙ Раббымын.


Әруахтарҙың рухын саҡырыусы, сихырсылыҡ менән булашыусы йәки күрәҙәлек итеүсе, ирме ул, ҡатынмы, мотлаҡ үлтерелергә тейеш. Таш бәреп үлтерелер улар, үлемдәре өсөн үҙҙәре ғәйепле.


Ҡанун талаптарын үтәү менән Алла алдында бер кем дә аҡлана алмай бит, ә ҡанун аша гонаһтың нимә икәнлеген төшөнәбеҙ.


Ә кем, азатлыҡ килтерә торған камил ҡанунға төшөнөп, уға тоғро ҡала, ишеткәнен онотмайынса башҡара, ул кеше үҙенең эштәрендә бәхетле буласаҡ.


Ә эттәр ҙә, сихырсылар ҙа, фәхешлек ҡылыусылар ҙа, кеше үлтереүселәр ҙә, ялған илаһтарға табыныусылар ҙа, барлыҡ ялғанлыҡ яратыусылар һәм уны ҡылыусылар ҙа тыш яҡта ҡаласаҡ.


Шул рәүешле был Михаяһ тигән кешенең ғибәҙәтханаһы барлыҡҡа килде. Эфод менән йорт илаһтарының һындарын эшләтеп, улдарының береһен ҡаһин итеп ҡуйҙы.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ