20 Ул табыныу ҡалҡыулыҡтарындағы бөтә ҡаһиндарҙы ҡорбан усаҡтарында сәнсеп үлтерҙе һәм ҡорбан усаҡтарында кеше һөйәктәрен яндырҙы. Шунан Йәрүсәлимгә әйләнеп ҡайтты.
Ул Раббы бойороғо буйынса ҡорбан усағына: – Эй усаҡ, усаҡ! Раббы былай ти: «Дауыт нәҫелендә Йошияһ исемле бер ир бала тыуыр. Ул әле һиндә хуш еҫ төтәткән, табыныу ҡалҡыулыҡтарында хеҙмәт иткән ҡаһиндарҙың үҙҙәрен һинең өҫтөңдә ҡорбанға килтерер һәм һиндә кеше һөйәктәре яндырылыр», – тип белдерҙе.
– Бәғелдең пәйғәмбәрҙәрен тотоғоҙ, – тип бойорҙо Ильяс. – Береһе лә ҡасып ҡотола алмаһын! Халыҡ был пәйғәмбәрҙәрҙең барыһын да тотоп алды. Ильяс уларҙы Ҡишон йылғаһы буйына алып барып үлтерҙе.
Тотош яндырыу ҡорбаны ғәмәлен башҡарып бөтөр-бөтмәҫтән, Йеһу һаҡсыларға һәм яу баштарына: – Инегеҙ, бөтәһен дә үлтерегеҙ! Береһе лә ҡасып ҡотола алмаһын, – тип әмер бирҙе. Бөтәһен дә ҡылыстан үткәреп, мәйеттәрен тышҡа бырғанылар. Шунан Бәғел ҡорамының эске бүлкәтенә инделәр
Шунан һуң бөтә ил халҡы барып Бәғелдең ҡорамын емерҙе. Ундағы ҡорбан усаҡтарын, боттарын селпәрәмә ваттылар һәм Бәғелдең ҡаһины Маттанды ҡорбан усаҡтары алдында үлтерҙеләр. Йеһоядағ ҡаһин Раббы ҡорамы тирәһенә һаҡсылар ҡуйҙы.
Ә боттарға табынған ҡаһиндарҙың һөйәктәрен ошо боттарға ҡорбан килтергән ҡорбан усаҡтарында яндыра, шул рәүешле Йәһүҙә менән Йәрүсәлимде паклай.
Хайуан менән енси мөнәсәбәткә кергән һәр кеше үлемгә дусар ителһен.
Раббынан башҡа илаһтарға ҡорбан килтереүселәр харам ҡылынып юҡ ителергә тейеш.
Раббының ҡылысы – ҡанға, Ҡуй һәм кәзә тәкәләре ҡанына туйынды. Эс майына, һарыҡ тәкәләренең бөйөр майына буялды. Сөнки Раббы Босрала ҡорбан килтерә, Эдомда оло ҡырылыш бара.
Сит илаһтарға табыныу ҡалҡыулыҡтарығыҙҙы, хуш еҫ төтәтә торған ҡорбан усаҡтарығыҙҙы туҙҙырырмын, мәйеттәрегеҙҙе боттарығыҙҙың емереклектәренә ырғытырмын, күңелемдә һеҙгә нәфрәт һаҡлармын.
Ә теге пәйғәмбәрҙе йәки төш юраусыны һеҙҙе Мысырҙан сығарған һәм ҡоллоҡ йортонан йолоп алған Раббығыҙҙан ваз кисергә өгөтләгәне һәм һеҙҙе Аллағыҙ Раббы барырға ҡушҡан юлдан яҙҙырырға теләгәне өсөн үлемгә дусар итегеҙ. Арағыҙҙан яуызлыҡты шулай йолҡоп ташлағыҙ.