Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІV Батшалар 23:19 - Изге Яҙма

19 Йошияһ Исраил батшаларының, Раббыны асыуландырып, Самария ҡалаларында эшләгән барлыҡ табыныу ҡалҡыулыҡтарын да Бейт-Илдәге кеүек үк емерҙе.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІV Батшалар 23:19
14 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Шулай уҡ Яровғам табыныу ҡалҡыулыҡтарында ғибәҙәтханалар төҙөттө. Унда халыҡ араһынан левиҙәрҙән булмаған кешеләрҙе ҡаһин итеп ҡуйҙы.


Сөнки уның Бейт-Илдәге ҡорбан усағына һәм Самария ҡалаларындағы табыныу ҡалҡыулыҡтарындағы ғибәҙәтханаларға ҡаршы Раббы бойороғо буйынса әйткәндәренең барыһы ла бойомға ашасаҡ.


Шулай уҡ ул Ашераға табыныр өсөн ҡолға ҡуйҙыртты. Шул рәүешле Ахав Исраил Аллаһы Раббының асыуын ҡабартырҙай яман эштәрҙе үҙенә тиклемге Исраил батшаларының барыһына ҡарағанда ла күберәк ҡылды.


Аллалары Раббы хуш күрмәгән ғәмәлдәр ҡылдылар, бөтә ерҙә – күҙәтеү манараларынан башлап, нығытмалы ҡалаларға тиклем – ялған илаһтарға табыныу ҡалҡыулыҡтары эшләнеләр.


Улын утҡа һалып ҡорбан итте, күрәҙәлек һәм сихыр менән шөғөлләнде, әруахтарҙың рухын саҡырыусылар, тылсымсылар менән аралашты, Раббы хуш күрмәгән бик күп эштәр ҡылып Уны асыуландырҙы.


Ҡатыны Ахавтың ҡыҙы булғанлыҡтан, Йеһорам, Ахав нәҫеле һымаҡ, Исраил батшаларының юлын ҡыуҙы, Раббы күҙендә яман булған эштәр ҡылды.


Ахырҙа бындағы бөтә исраилдар Йәһүҙә ҡалаларына юллана, уларҙағы табыныу бағаналарын вата, Ашераға ҡуйылған ҡолғаларҙы ҡырҡа, Йәһүҙә һәм Бинйәмин, Әфраим һәм Менашше ерҙәрендәге табыныу ҡалҡыулыҡтарын һәм ҡорбан усаҡтарын тотошлайы менән емереп сыға. Шунан һуң һәр кем үҙ биләмәһенә, үҙ ҡалаһына ҡайтып китә.


Ғомри батшаның ҡағиҙәләрен үтәп, Ахав йортоноң йолаларын тоттоғоҙ; Улар кәңәшенә тоғроһоғоҙ. Шуға күрә һине бушлыҡҡа әйләндерәм, Ҡала халҡын хурлыҡҡа ҡалдырам, Ҡәүемдәр өсөн мәсхәрә булырһығыҙ».


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ