Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІV Батшалар 23:12 - Изге Яҙма

12 Ахаздың өҫкө ҡаттағы бүлмәһенең түбәһендә Йәһүҙә батшалары эшләткән ҡорбан усаҡтарын, Менашше Раббы ҡорамының ике ихатаһында ла яһатҡан ҡорбан усаҡтарын ҡолатты, уларҙы емертеп, онтағын Ҡидрон үҙәненә ташланы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІV Батшалар 23:12
15 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ашера хөрмәтенә ерәнгес һын ҡуйҙырған өсөн Аса батша әсәһе Мағаханы батша әсәһе дәрәжәһенән мәхрүм итте һәм, был һынды тураҡлап, Ҡидрон үҙәнендә яндырҙы.


һәм ундағы табыныу бағаналарын алып сығып яндырҙылар.


Раббының: «Минең исемем Йәрүсәлимдә төйәкләнер» тигән ҡорамында ят илаһтарға ҡорбан усаҡтары төҙөттө.


Раббы ҡорамының ике ихатаһында ла бөтә күк есемдәренә бағышлап ҡорбан усаҡтары яһатты.


Батша баш ҡаһин Хилҡияһҡа, ҡаһин ярҙамсыларына һәм тупһа һаҡсыларына Бәғел, Ашера һәм күк есемдәре өсөн яһалған бөтә нәмәләрҙе Раббы ҡорамынан сығарырға бойорҙо. Был әйберҙәрҙе Йәрүсәлимдең тышында, Ҡидрон үҙәне ҡырҙарында яндырҙы һәм көлөн Бейт-Ил ҡалаһына алып барҙы.


Ашераның ҡолғаһын Раббы ҡорамынан сығарып, Йәрүсәлимдең тышында, Ҡидрон үҙәнендә яндырҙы, уны көл-туҙанға әйләндергәнсе онтап, ябай халыҡтың ҡәберҙәре өҫтөнә һипте.


Ашера хөрмәтенә ерәнгес һын ҡуйҙырған өсөн Аса батша әсәһе Мағаханы батша әсәһе дәрәжәһенән мәхрүм итә һәм, был һынды тураҡлап, Ҡидрон үҙәнендә яндыра.


сит аллаларҙы һәм Раббы ҡорамындағы һынды, Раббы ҡорамының тауында һәм Йәрүсәлимдә төҙөткән ҡорбан усаҡтарын емертә һәм ҡаланан тышҡа сығарып ташлаттыра.


Раббы ҡорамының ике ихатаһында ла, бөтә күк есемдәренә бағышлап, ҡорбан усаҡтары яһата.


Йәрүсәлимдең йорттары, Йәһүҙә батшаларының һарайҙары Төфәҫ кеүек нәжес булыр. Сөнки уларҙың баштарында күк есемдәренә бағышлап хуш еҫ төтәттеләр, башҡа илаһтарға түкмә ҡорбандар килтерҙеләр“».


Үләкһәләр һәм көл ташлана торған үҙән, Ҡидрон ағымынан алып көнсығыштан Ат ҡапҡаһының мөйөшөнә тиклем йәйрәп ятҡан ҡырҙар – барыһы ла Раббы өсөн изге урын булыр. Ҡала башҡа бер ваҡытта ла емерелмәҫ, тар-мар ителмәҫ.


Ҡулымды Йәһүҙәгә ҡаршы, Йәрүсәлимдә йәшәүселәргә ҡаршы күтәрәм, Бәғелдең ҡалдығын бөтөрәм, Боттарға табынған ҡаһиндарҙың Хатта исемен юйып ташлайым.


Өй баштарында күк есемдәренә сәждә ҡылған, Мин Раббыға сәждә ҡылып, Уға тоғролоҡҡа ант иткән, Шулай уҡ Милкомға ла табынып, вәғәҙәләр биргәндәрҙе,


Яңы өй һалһаң, түбә ҡырыйына һаҡлағыс таҡта ҡуй: бер кем дә ҡыйыҡтан ҡолап төшмәһен һәм ҡаны һинең өҫтөңдә булмаһын.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ