11 Йәһүҙә батшалары элек Раббы ҡорамына ингән ерҙә, һарай әһеле Наҫан-Мәләхтең бүлмәһе янында, ҡояшҡа бағышлап аттар ҡуя торғайны. Йошияһ унан аттарҙы алды, ә ҡояшҡа арналған арбаларҙы утҡа яҡты.
Йәһүҙә батшалары тарафынан ҡалаларҙа һәм Йәрүсәлим тирәһендәге табыныу ҡалҡыулыҡтарында Бәғелгә, ҡояшҡа, айға, йондоҙлоҡтарға һәм бөтә күк есемдәренә хуш еҫ төтәтер өсөн тәғәйенләгән ялған ҡаһиндарҙы ҡыуып таратты.
Көнбайыш ихатала юл буйында дүртәр, ә ихатала иһә икешәр кеше һаҡта тора.
Йәһүҙә ҡалаларының бөтәһендә лә табыныу ҡалҡыулыҡтарын һәм хуш еҫ төтәтеү ҡорбан усаҡтарын юҡҡа сығарта. Аса заманында батшалыҡ именлектә көн итә.
Уның бойороғо менән халыҡ Бәғелдең ҡорбан усаҡтарын һәм улар янындағы хуш еҫ төтәтеү усаҡтарын емерә, Ашера ҡолғаларын ҡырҡа, уйылған һәм ҡойолма боттарҙы вата, онтаҡтарын уларға ҡорбан килтергәндәрҙең ҡәберҙәре өҫтөнә һибә.
Әгәр балҡыған ҡояшҡа, Балҡып хәрәкәт иткән айға ҡарап,
Бынан һуң ул кеше мине тышҡы ихатаға алып инде. Ихата диуарҙары буйлап, утыҙ бүлмә урынлашҡан һәм улар алдына ихатаны уратып алған таш юл һалынған ине.
Ул мине Раббы ҡорамының эске ихатаһына алып инде. Ҡорамға ингән урында, айуан менән ҡорбан усағы араһында, егерме бишләп ир Раббы ҡорамына арҡаларын ҡуйғандар ҙа, йөҙҙәре менән көнсығышҡа боролоп, ҡояшҡа сәждә ҡылалар.
Күҙҙәреңде күккә төбәп, ҡояшты, айҙы һәм йондоҙҙарҙы – барлыҡ күк ғәскәрен – күргәндә, алданма, эйелеп уларға табынма, сөнки Аллаң Раббы уларҙы күк аҫтындағы башҡа халыҡтарға өлөш итеп тәғәйенләне.