6 балта оҫталарына, төҙөүселәргә, ташсыларға хеҙмәт хаҡы итеп түләнһен, шулай уҡ ҡорамды төҙәтеү өсөн кәрәк булған ағас, юнылған таш һатып алыуға тотонолһон.
Тир батшаһы Хирам Дауытҡа илселәр ебәрҙе. Улар кедр ағастары алып килде. Шулай уҡ балта оҫталары, ташсылар килде. Улар Дауытҡа бер һарай төҙөп бирҙе.
ташсыларға, таш ҡырҡыусыларға хеҙмәт хаҡы түләне, Раббы йортон йүнәтеү өсөн ағас һәм эшкәртелгән таш һатып алыуға, башҡа ихтыяждарға тотондо.
Уны Раббы ҡорамындағы эштәргә етәкселек итергә тәғәйенләнгән кешеләргә бирһендәр. Был аҡсалар Раббы ҡорамын йүнәтеүселәргә:
Хәйер, был кешеләрҙең ҡулдарына бирелгән аҡсаны нимәгә тотоноуҙарына яуап һоралмаһын, сөнки уларға ышанырға була.
Дауыт Исраил еренә килеп төпләнгән сит ҡәүем кешеләрен йыйырға бойора һәм улар араһынан таш ҡырҡыусыларҙы Алла йортон төҙөр өсөн юнылған таш әҙерләргә ҡуя.