ІV Батшалар 22:13 - Изге Яҙма13 – Барығыҙ, минең хаҡҡа, халыҡ хаҡына, бөтә Йәһүҙә хаҡына ошо табылған китапта яҙылғандар тураһында Раббынан һорап белешегеҙ. Ата-бабаларыбыҙҙың был китаптағы һүҙҙәргә ҡолаҡ һалмағандары, һәммәбеҙ өсөн яҙылғандар буйынса йәшәмәгәндәре өсөн Раббының беҙгә ҡабынған асыуы ғәйәт ҡатылыр! အခန်းကိုကြည့်ပါ။ |
Беҙ нәҙер иткәндәребеҙҙең барыһын да мотлаҡ эшләйәсәкбеҙ: Күк алиһәһенә хуш еҫ төтәтеүебеҙҙе, уға түкмә ҡорбан килтереүебеҙҙе дауам итәсәкбеҙ. Үҙебеҙ ҙә, ата-бабаларыбыҙ ҙа, батшаларыбыҙ һәм түрәләребеҙ ҙә Йәһүҙә ҡалаларында һәм Йәрүсәлим урамдарында шулай эшләй торғайныҡ. Ул ваҡытта туҡ, бәхетле булдыҡ, бәлә-ҡаза күрмәнек.