10 – Хилҡияһ ҡаһин миңә бер китап бирҙе, – тине лә был китапты батшаға уҡыны.
Батша ҡанун китабында яҙылғандарҙы ишеткәс, кейемдәрен йыртҡылап ташланы.
Кәтип Шафан батшаға хисап менән килде: – Һинең хеҙмәтселәрең Раббы ҡорамында булған бөтә көмөштө ҡорамды төҙөкләндереү менән етәкселек итеүселәргә бирҙеләр, – тине. Шунан ул батшаға:
Шафан кәтип батшаға Хилҡияһ ҡаһиндың үҙенә китап биргәнен дә еткерә. Ул уны батшаға уҡып ишеттерә.
Ул көндә халыҡ алдында Мусаның китабы ҡысҡырып уҡылды һәм унда шундай яҙыу табылды: «Ғаммондар һәм Моав кешеләре араһынан берәү ҙә бер ҡасан да Алла халҡы иҫәбенә инергә тейеш түгел,
Ғөзәйер, беренсе көндән алып һуңғы көнгә тиклем, көн һайын Алланың ҡанун китабын уҡыны. Ете көн байрам иттеләр, ә һигеҙенсе көн, ҡағиҙә буйынса, изге йыйын булды.
Быларҙың барыһын да Үҙ ҡулдарым менән яратҡанмын, Һәммәһе шулай барлыҡҡа килде, – тип белдерә Раббы. – Мин баҫалҡы күңеллегә, рухы төшөнкөгә, Һүҙемдән тетрәнеп торғандарға бағам.
Эй Раббының һүҙен ишетеп тетрәнгәндәр, Уның һүҙенә ҡолаҡ һалығыҙ: «Минең исемем арҡаһында һеҙгә нәфрәт һаҡлаған, Һеҙҙе ҡыйырһытҡан ҡәрҙәштәрегеҙ: „Әйҙә Раббы Үҙенең шөһрәтен күрһәтһен, Беҙ шатланғанығыҙҙы күрәйек“, – тиҙәр. Әммә улар оятҡа ҡаласаҡ».
«Батша менән батшаның әсәһенә әйт: „Тәхетегеҙҙән аҫҡа төшөп ултырығыҙ, Башығыҙҙан данығыҙҙың тажы төшөп китте“».
Михаяһ уларға Барух төргәк китаптан халыҡҡа уҡыған саҡта ишеткән бөтә һүҙҙәрҙе һөйләп бирҙе.
Уға: – Ҡана, ултыр, беҙгә лә уҡы, – тинеләр. Барух уҡыны.
Батша Йәһүҙиҙе төргәк китапты алып килергә ебәрҙе. Йәһүҙи, төргәк китапты Әлишамағ кәтиптең бүлмәһенән алып килеп, батшаға һәм уның янындағы бөтә түрәләргә уҡыны.
Ураҙа көнөндә һин Раббы йортона бар. Ундағы халыҡҡа мин һиңә яҙҙырған Раббы һүҙҙәрен төргәк китаптан ҡысҡырып уҡы. Ул көндө Йәһүҙә ҡалаларынан килгән кешеләр ҙә Раббы йортонда була, улар ҙа уҡығаныңды ишетһен.