Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІV Батшалар 21:13 - Изге Яҙма

13 Самария менән Ахав нәҫелен нисек язалаһам, Йәрүсәлимде лә шулай язалайым. Нисек һауытты һөртөп, түңкәреп ҡуялар, Мин дә тап шулай итеп Йәрүсәлимде һөртөп, түңкәреп ҡуясаҡмын.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІV Батшалар 21:13
19 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Бына шуның өсөн Яровғамдың ғаиләһенә һәләкәт ебәрәм һәм, ир затынан булғандарҙың иреклеһен дә, ҡолон да юҡ итеп, тиҙәкте яндырған шикелле, Исраилды Яровғам нәҫеленән таҙартам.


Йеһу Ахавтың Изреғилдә тере ҡалған бөтә нәҫел-нәсәбен, түрәләрен, яҡын дуҫтарын һәм ҡаһиндарын үлтерҙе, береһен дә иҫән ҡалдырманы.


Һошеяғтың батшалыҡ итеүенең туғыҙынсы йылында Ашшур батшаһы ҡаланы ҡулға төшөрҙө һәм Исраил халҡын Ашшурға һөргөнгә алып китте. Уларҙы Халахҡа, Хавор йылғаһы буйындағы Гозан төбәгенә һәм Мадай ҡалаларына төйәкләндерҙе.


Халҡымдың иҫән ҡалғандарынан баш тартам, уларҙы дошмандары ҡулына тапшырам. Дошмандары уларҙы талап, үҙҙәренә табыш итер.


Ул: – Быға тиклем Исраилды хозурымдан нисек алып ташлаған булһам, Йәһүҙәне лә шулай алып ташлаясаҡмын, – тине. – Үҙемә тип һайлап алған ҡала Йәрүсәлимдән дә, «исемем ошонда төйәкләнер» тигән был ҡорамдан да баш тартам.


Ахав йорто юҡ булыр. Исраилда уның нәҫеленән булған ир енесенең барыһын да, иреклеме ул, ҡолмо, ҡырып бөтәм.


Эй Исраил, халҡың диңгеҙ ҡомо кеүек күп булһа ла, Уның бик аҙ өлөшө генә кире ҡайтыр. Һәләкәтең инде алдан билдәләнеп ҡуйылған, Һәм был ғәҙел хөкөм ташҡын булып килә.


Ул урынды терпеләр төйәгенә, һаҙлыҡҡа әйләндерәм, Ҡырғын һеперткеһе менән һепереп түгәм». Күк ғәскәрҙәре Раббыһы шулай тип белдерә.


Ғәҙеллекте – үлсәм бауы, Дөрөҫлөктө ҡурғаш аҫма итәм. Ялғанды – һыйынысығыҙҙы – боҙ һуғыр, Йәшенгән урынығыҙҙы һыу йыуып алып китер.


Унда берғаҙан менән терпе хужа булыр; Өкө менән ҡоҙғон төйәкләнер; Раббы уның өҫтөнән бөлгөнлөк ебе һуҙыр, Ҡыйралыш ауыртмағы менән үлсәр.


Мин бөтә төньяҡ ҡәбиләләрен һәм Бабил батшаһы ҡолом Навуходоносорҙы саҡырам, – тип белдерә Раббы. – Уларҙы был ергә, ошонда йәшәүселәргә, яҡын-тирәләге башҡа халыҡтарға ҡаршы алып киләм. Уларҙы тотош юҡ итәсәкмен, илдәрен ҡурҡыныс урынға әйләндереп, мәсхәрәгә төшөрөрмөн, мәңгелек харабаға әүерелдерермен.


Раббы Сион-ҡыҙҙың диуарҙарын емерергә ҡарар ҡылды: Үлсәү ебен һуҙҙы, емереүҙән ҡулын тыйманы. Инде нығытма, диуарҙар һыҡтай, Барыһы ла харап булып ята.


Раббы Хаким былай ти: «Бына, бәлә артынан бәлә! Дәһшәтле бәлә килә.


Шуға күрә Раббы былай ти: „Йәрүсәлимгә мәрхәмәтемде ҡайтарам, – тип белдерә Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. – Йортом унда ҡабаттан төҙөлөр һәм үлсәү ебе йәнә Йәрүсәлим өҫтөнән һуҙылыр“.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ