11 – Йәһүҙә батшаһы Менашше был ерәнгес эштәрҙе ҡылғаны, үҙҙәренән алда йәшәгән әмөриҙәрҙән дә уҙҙырып, күп әшәкелектәр эшләгәне, боттарға табындырып, Йәһүҙә халҡын гонаһҡа батырғаны өсөн
Нәҫел-ырыуыңдың тик дүртенсе быуыны ғына бында ҡайтыр, сөнки әмөриҙәрҙең гонаһы саманан ашмаған әле.
Яровғамдың гонаһ ҡылғаны һәм Исраил халҡын гонаһҡа батырғаны өсөн, Раббы Исраилды ташлаясаҡ.
Былар барыһы ла Яровғамдың гонаһтары һәм Исраил халҡын гонаһҡа батырғаны өсөн булды. Исраил Аллаһы Раббының уға асыуы бик ҡаты ине.
Шул рәүешле ул Раббы күҙендә яман булған эштәр ҡылған һәм Исраилды гонаһҡа батырған Яровғамдың юлын ҡыуған өсөн әжерен алды.
Ахав та, Раббы исраилдар алдынан ҡыуып ебәргән әмөриҙәр кеүек боттарға табынып, күп әшәкелектәр ҡылды.
Ул Исраил батшаларының юлынан китте, Раббы Исраил халҡы алдынан ҡыуып ебәргән ҡәүемдәрҙең ерәнгес йолаларына эйәрҙе, хатта үҙ улын ҡорбанға килтереп, утта яндырҙы.
Ҡолдары пәйғәмбәрҙәр аша Раббы былай тип белдерҙе:
Менашше Раббы күҙендә яман булған ғәмәлдәр ҡылып, Йәһүҙәне гонаһҡа батырыу менән генә сикләнмәне, ғәйепһеҙҙәрҙең ҡанын түгеп, Йәрүсәлимде тотошлай ҡанға батырҙы.
Менашше Раббы Исраил халҡы алдынан ҡыуып ебәргән ҡәүемдәрҙең ерәнгес йолаларын ҡабатлап, Раббы күҙендә яман булған эштәр ҡылды.
Амон, атаһы Менашше кеүек үк, Раббы күҙендә яман булған ғәмәлдәр ҡылды,
һәр эштә атаһының юлын ҡыуып, атаһы хеҙмәт иткән боттарға табынды, уларға хеҙмәт итте.
Әммә халыҡ быға ҡолаҡ һалманы. Менашше уларҙы шул тиклем юлдан яҙҙырҙы, хатта Раббы Исраил халҡы алдынан юҡ иткән ҡәүемдәрҙән дә былайыраҡ золом ҡылдылар.
Быларҙан башҡа Йошияһ, Хилҡияһ ҡаһин Раббы ҡорамында тапҡан китапта яҙылған ҡанунға ярашлы, әруахтарҙың рухын саҡырыусыларҙы һәм күрәҙәселәрҙе, йорт илаһтарының һындарын һәм боттарҙы, Йәһүҙә ерендә һәм Йәрүсәлимдә күренгән барлыҡ әшәкелектәрҙе юҡ итте.
шулай уҡ унан йевусиҙәр, әмөриҙәр, гиргашиҙәр,
Йәһүҙә батшаһы Менашше Хизкияһ улының Йәрүсәлимдә ҡылған ғәмәлдәре арҡаһында Мин уларҙы ер йөҙөндәге барса батшалыҡтар өсөн ҡот осҡос миҫал итәсәкмен.
Әйт, Раббы Хаким Йәрүсәлимгә былай ти: «Һинең тамырың, тыуған төйәгең – Ҡәнғән ере; атаң – әмөри, әсәң – хитти ҡыҙы.
Ире менән балаларын һанға һуҡмаған әсәңдең ҡыҙы һин, ирҙәре менән балаларын һанға һуҡмаған ҡыҙ туғандарыңдың туғаныһың. Әсәң – хитти ҡыҙы, ә атайың әмөри ине.
Фәҡир менән хәйерсене ҡыйырһытһа, Кеше талаһа, аманатты ҡайтармаһа, Боттарға табынһа, Ерәнгес эштәр ҡылһа,
Әммә ул Минең ҡанун-ҡағиҙәләремә ҡаршы сыҡты, башҡа ҡәүемдәрҙән, тирә-яғындағы илдәрҙән дә былайыраҡ яуызлыҡ ҡылды, Минең ҡанундарымды кире ҡаҡты, ҡағиҙәләремде үтәмәне».