7 – Инжир ҡағы килтерегеҙ, – тине Ишағыяһ. Инжир ҡағы алып килеп, сиҡан өҫтөнә яптылар. Шунан Хизкияһ сәләмәтләнә башланы.
Ғүмереңде ун биш йылға оҙайтам. Һине лә, ҡаланы ла Ашшур батшаһы ҡулынан ҡотҡарам. Был ҡаланы Үҙем һәм ҡолом Дауыт хаҡына һаҡлап алып ҡалам».
– Раббының мине һауыҡтырырына һәм өсөнсө көн Раббы ҡорамына бара аласағыма ниндәй билдә булыр? – тип һораны Хизкияһ.
Ильясиғин саҡ ҡына он һорап алды ла уны ҡаҙанға һалды. Шунан: – Инде ҡойоп бирегеҙ, ашаһындар, – тине. Ашта бер ниндәй ҙә зарарлы нәмә ҡалмағайны.
– Инжир ҡағы килтерегеҙ, – тине Ишағыяһ. – Хизкияһтың сиҡаны өҫтөнә ябығыҙ – һауығыр.