6 Ғүмереңде ун биш йылға оҙайтам. Һине лә, ҡаланы ла Ашшур батшаһы ҡулынан ҡотҡарам. Был ҡаланы Үҙем һәм ҡолом Дауыт хаҡына һаҡлап алып ҡалам».
Был ҡаланы Үҙемдең хаҡыма, Ҡолом Дауыттың хаҡына Һаҡлармын һәм ҡотҡарып ҡалырмын“».
– Инжир ҡағы килтерегеҙ, – тине Ишағыяһ. Инжир ҡағы алып килеп, сиҡан өҫтөнә яптылар. Шунан Хизкияһ сәләмәтләнә башланы.
Раббы бына шулай итеп Хизкияһ менән Йәрүсәлим кешеләрен Ашшур батшаһы Санхерив ҡулынан, шулай уҡ башҡаларҙан да ҡотҡара һәм һәр тарафта һаҡлап тора.
Бына бөйөк Хаким, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Эй һин, Сионда йәшәгән халҡым! Ашшурҙар, мысырҙар һымаҡ, Һине таяҡ менән туҡмап, Өҫтөңдә күҫәк күтәргән саҡта ҡурҡма.
Ул: «Ҡурҡма, Паулус! Һин ҡайсар алдына баҫырға тейешһең. Һинең менән булған кешеләрҙең бөтәһенә лә Алла тормош бүләк итә», – тине.