15 – Һарайыңда нимәләр күрҙеләр? – тип һораны Ишағыяһ. – Һарайымдағы бөтә нәмәне лә күрҙеләр. Хазиналарымдан уларға күрһәтмәгән бер нәмә лә ҡалманы, – тип яуапланы Хизкияһ.
Хизкияһ илселәрҙе ҡабул итте. Уларға хазина йортон, алтын-көмөштө, хушбуйҙарҙы, ҡиммәтле майҙарҙы, ҡорал йортон, келәттәрендә булған бөтә нәмәләрен күрһәтте; һарайында һәм биләмәләрендә күрһәтмәгән бер генә нәмә лә ҡалманы.
Ишағыяһ пәйғәмбәр Хизкияһ батшаға килеп: – Был кешеләр һиңә нимә тип әйтте, ҡайҙан килгәйне? – тип һораны. – Алыҫ бер илдән, Бабилдан килделәр, – тип яуап бирҙе уға Хизкияһ.
Шунда Ишағыяһ былай тине: – Раббының әйткәненә ҡолаҡ һал.
Йәмәғәтселектән ҡурҡҡанға, Туғандарымдың нәфрәтенән ҡотом осҡанға күрә, Башҡалар кеүек ғәйептәремде йәшерҙемме, Яманлығымды эсемә йомоп ҡалдырҙыммы – Өндәшмәй генә өйөмдә боҫоп яттыммы?
Йәндәре ҡылысҡа юлыҡһын, Сүл бүреләренә ем булһындар.
Гонаһын йәшергән кеше яҡшылыҡ көтә алмаҫ, уны танып, ваз кискән мәрхәмәт табыр.
«Уларға әйт, Раббы былай тип белдерә: „Кеше мәйеттәре баҫыуҙағы тиреҫ, Ураҡсы артынан ҡалған көлтә һымаҡ ятыр, Уларҙы йыйып алыусы булмаҫ“».
– Улым! – тине Йушағ Ғаханға. – Исраил Аллаһы Раббыны данла һәм Уға маҡтау яуҙыр! Нимә эшләгәнеңде миңә һөйләп бир, бер нәмәне лә йәшермә.