Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІV Батшалар 20:13 - Изге Яҙма

13 Хизкияһ илселәрҙе ҡабул итте. Уларға хазина йортон, алтын-көмөштө, хушбуйҙарҙы, ҡиммәтле майҙарҙы, ҡорал йортон, келәттәрендә булған бөтә нәмәләрен күрһәтте; һарайында һәм биләмәләрендә күрһәтмәгән бер генә нәмә лә ҡалманы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІV Батшалар 20:13
12 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Шева батшабикәһе Сөләймәнгә йөҙ егерме талант алтын, күп итеп хуш еҫле май, аҫылташтар алып килгәйне. Ул батшаға бүләк иткән тиклем еҫле майҙың Исраилға быға тиклем бер ваҡытта ла килтерелгәне юҡ ине.


Бынан тыш һатыусыларҙан, сауҙагәрҙәрҙән, Ғәрәбстан ерендәге бөтә батшаларҙан, Исраилдың өлкә башлыҡтарынан да килем алынды.


Ул бик күп ярандары оҙатыуында Йәрүсәлимгә килеп төштө; дөйәләре хуш еҫле май, ғәләмәт күп алтын, аҫылташтар артмаҡлағайны. Батшабикә Сөләймәнгә килде һәм үҙен ҡыҙыҡһындырған бөтә нәмәләр тураһында ла әңгәмәләште.


Уларҙың һәр ҡайһыһы бүләк итеп көмөш һәм алтын һауыттар, кейем-һалым, ҡорал һәм хуш еҫле майҙар, аттар һәм ҡасырҙар килтерер булды, йылдың-йылына шулай дауам итте.


Ишағыяһ пәйғәмбәр Хизкияһ батшаға килеп: – Был кешеләр һиңә нимә тип әйтте, ҡайҙан килгәйне? – тип һораны. – Алыҫ бер илдән, Бабилдан килделәр, – тип яуап бирҙе уға Хизкияһ.


– Һарайыңда нимәләр күрҙеләр? – тип һораны Ишағыяһ. – Һарайымдағы бөтә нәмәне лә күрҙеләр. Хазиналарымдан уларға күрһәтмәгән бер нәмә лә ҡалманы, – тип яуапланы Хизкияһ.


Йәндәре ҡылысҡа юлыҡһын, Сүл бүреләренә ем булһындар.


Байлыҡ күҙ асып йомғансы юҡ була, ҡанатланып, бөркөт һымаҡ күккә осоп китер.


Ер йөҙөндә гел яҡшылыҡ ҡына эшләп, бер ҙә гонаһ ҡылмаған тәҡүә кеше юҡ.


Быларға бик һөйөнгән Хизкияһ илселәргә хазина йортон, алтын-көмөштө, хушбуйҙарҙы, ҡиммәтле майҙарҙы, ҡорал йортон, келәттәрендә булған бөтә нәмәләрен күрһәтте; һарайында һәм биләмәләрендә күрһәтмәгән бер генә нәмә лә ҡалманы.


«Уларға әйт, Раббы былай тип белдерә: „Кеше мәйеттәре баҫыуҙағы тиреҫ, Ураҡсы артынан ҡалған көлтә һымаҡ ятыр, Уларҙы йыйып алыусы булмаҫ“».


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ