Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІV Батшалар 2:5 - Изге Яҙма

5 Унда йәшәгән пәйғәмбәрҙәр төркөмө Ильясиғинға килеп: – Раббының бөгөн хакимыңды һинән алып китәсәген беләһеңме? – тип һораны. – Беләм, өндәшмәгеҙ, – тип яуапланы Ильясиғин.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІV Батшалар 2:5
18 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Әммә Исраил баш тартты: – Беләм, – тине, – беләм мин, улым. Менашшеның тоҡомонан да бөйөк халыҡ тараласаҡ. Шулай ҙа кесеһе унан уҙып китер һәм бик күп халыҡтарға башланғыс һалыр.


Пәйғәмбәрҙәр төркөмөнән булған берәү Раббы ихтыяры буйынса иптәшенән: – Миңә берҙе һуҡ әле, – тип үтенде. Әммә иптәшенең уға һуҡҡыһы килмәне.


Бейт-Илдә йәшәгән пәйғәмбәрҙәр төркөмө Ильясиғин янына килеп: – Раббының бөгөн хакимыңды һинән алып китәсәген беләһеңме? – тип һораны. – Беләм, өндәшмәгеҙ, – тип яуапланы Ильясиғин.


Бер көндө Ильясиғинға пәйғәмбәрҙәр төркөмөндәге бер кешенең ҡатыны ярҙам һорап килде. – Эй хакимым, минең ирем, һинең ҡолоң, үлде! Үҙең беләһең, ул Раббынан ҡурҡҡан кеше ине. Әле иһә унан аласағы булған бер әҙәм килде лә бурыс өсөн ике улымды ҡол итергә теләй, – тине ул.


– Имен-аман, – тип яуапланы хеҙмәтсе. – Тик хужамдың бер үтенесе бар. Әфраим таулығындағы пәйғәмбәрҙәр төркөмөнән ике егет килгән. Шуларға бер талант көмөш менән икешәр алмаш кейем бирмәҫһеңме?


Бер көндө пәйғәмбәрҙәр төркөмө Ильясиғинға: – Һинең ҡатарыңда йәшәгән урыныбыҙ бик бәләкәй.


Ильясиғин пәйғәмбәрҙәр төркөмөнән берәүһен саҡырып алды ла уға: – Юлға әҙерлән, бынау зәйтүн майлы һауытты алып, Ғилғәд Рамоҫына бар, – тине. –


Йыртыр ваҡыт һәм тегер ваҡыт, Өндәшмәү ваҡыты һәм һөйләшеү ваҡыты бар;


Раббы былай ти: «Тын ҡалып Мине тыңлағыҙ, яр буйҙары! Халыҡтар яңы көс йыйһын; Яҡын килеп һөйләһендәр: „Хөкөм өсөн бергә тупланайыҡ“.


Ғамос Амасъяһҡа: – Мин пәйғәмбәр ҙә, пәйғәмбәр нәҫеленән дә түгелмен. Мин мал ҡарайым һәм ҡырағай инжир ағастарын тәрбиәләйем.


Ә Раббы – Үҙенең изге ҡорамында. Уның алдында бөтә ер йөҙө тын ҡалһын!


Фатиха биргәндә, алыҫая барып, күккә алынды.


Улар: – Галилея ир-уҙамандары! Ниңә һеҙ һауаға текләп тораһығыҙ? Арағыҙҙан күктәргә алынған Ғайса, нисек күккә олғашҡан булһа, шул рәүешле үк яңынан киләсәк, – тине.


– Мөхтәрәм Фестус, – тине Паулус. – Мин аҡылдан шашманым, мин айыҡ аҡыл менән хәҡиҡәт һүҙҙәре һөйләйем.


Шунан һуң пелештиҙәрҙең һаҡсы ғәскәре торған Алла Гивғаһына килеп етерһең. Ҡалаға ингәс, лира, дөңгөр, һыбыҙғы, арфа тауыштары аҫтында табыныу ҡалҡыулығынан пәйғәмбәрлек итеп төшөп килгән бер төркөм пәйғәмбәрҙәрҙе осратырһың.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ