20 – Өр-яңы сеүәтә алып килегеҙ, уның эсенә тоҙ һалығыҙ, – тине Ильясиғин. Сеүәтәгә тоҙ һалып килтерҙеләр.
Йерихо халҡы Ильясиғинға: – Хакимыбыҙ, үҙең күреп тораһың, ҡалабыҙ ултырған урын бик уңайлы, тик һыуы насар ҙа тупрағы уңдырышһыҙ, – тип зарланды.
Ильясиғин һыуҙың инешенә барҙы ла унда тоҙ һибеп әйтте: – Раббы былай тип белдерә: «Был һыуҙы паклайым, инде уның арҡаһында үлем дә, түлһеҙлек тә булмаҫ».
Әммә һаҙлыҡтар һәм батҡыл урындар сөсөләнмәҫ, улар тоҙ сығарыу өсөн ҡалыр.
Шуның өсөн, барлығым менән ант итәм, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, Исраил Аллаһы. – Моав Содом һымаҡ булыр, Ғаммон ерҙәре – Ғамора кеүек. Уларҙы ҡый үләне баҫып китер, Баҫыуҙары татырланыр, Ерҙәре мәңгелек сүлгә әйләнер. Халҡымдың тере ҡалғандары уларҙы талап, Ерҙәрен үҙҙәренә милек итеп алыр.
Авимәләх Шәхәм халҡы менән көнө буйы һуғышты. Ул ҡаланы яулап алды һәм унда йәшәүселәрҙе ҡырып бөтөрҙө. Ҡаланы иһә емерҙе һәм уның тупрағына тоҙ һипте.