18 Шунан Йерихола ҡалған Ильясиғин янына ҡайттылар. – Мин һеҙгә, йөрөмәгеҙ, тип әйткәйнем бит, – тине уларға Ильясиғин.
Әммә улар үтә ныҡ өгөтләгәс, Ильясиғин ризалыҡ бирергә мәжбүр булды. – Ярар, барһындар, – тине. Илле кешене ебәрҙеләр. Улар өс көн буйы Ильясты эҙләне, әммә таба алманы.
Йерихо халҡы Ильясиғинға: – Хакимыбыҙ, үҙең күреп тораһың, ҡалабыҙ ултырған урын бик уңайлы, тик һыуы насар ҙа тупрағы уңдырышһыҙ, – тип зарланды.
Ғайса, Йерихоға инеп, уның аша үтеп бара ине.