Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІV Батшалар 2:12 - Изге Яҙма

12 Быны күргән Ильясиғин: – Атаҡайым! Атаҡайым! Һин Исраилдың яу арбаһы һәм һыбайлылары кеүек инең! – тип ҡысҡырҙы. Ул Ильясты башҡаса күрмәне. Ҡайғыһынан кейемен уртаға йыртып ырғытты.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІV Батшалар 2:12
28 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Яҡуп өҫтөндәге кейемен йыртҡылап, биленә ҡыл туҡыма ураны, улы өсөн хәсрәтләнеп бик оҙаҡ ваҡыт йәш түкте.


ғүмере буйы ул Алла юлында йөрөнө. Шунан Ханох юҡ булды, сөнки Алла уны Үҙ янына алды.


Ильясиғин үлемесле сир менән ауырып китте. Исраил батшаһы Йеһоаш уның янына килеп: – Атаҡайым минең, атаҡайым! Һин Исраилдың яу арбаһы һәм һыбайлылары кеүек инең! – тип һамаҡлап иланы.


Шунан Ильястың өҫтөнән төшөп ҡалған ябынсаһын алды ла, боролоп, Иордан йылғаһы ярына килеп баҫты.


Ярандары иһә артынан эйәреп: – Хакимыбыҙ, әгәр пәйғәмбәр һиңә берәй ҡыйын нәмә ҡушһа, үтәмәҫ инеңме ни? Ә ул һиңә: «Йыуын да таҙарынырһың», – тип кенә әйтте, – тинеләр.


Арам ғәскәрен күргәс, Исраил батшаһы Ильясиғиндан: – Атаҡай, уларҙы үлтерәйемме? – тип һораны.


Хатта ғәйебе булһа ла йолоп алыр, Һинең ҡулыңдың паклығы арҡаһында гонаһлы ҡотҡарылыр».


Намыҫлының фатихаһы менән ҡала төҙөлөр, яуыздың мәкерле теле арҡаһында емереп ташланыр.


Кем күктәргә ашып, ергә төштө? Елде кем усына йыйҙы? Кем һыуҙы итәгенә төйнәне? Ерҙең сиктәрен кем билдәләне? Исеме кем? Улының исеме кем? Әгәр белһәң, һөйлә.


Аҡыл кешене ҡалалағы ун хөкөмдарҙан көслөрәк итә.


Ишағыяһ Амус улы Хизкияһҡа ошо хәбәрҙе ебәрҙе: – Исраил Аллаһы Раббы былай ти: «Ашшур батшаһы Санхерив хаҡында Миңә доға ҡылғайның.


Тере Алланы мыҫҡыллар өсөн хужаһы Ашшур батшаһы тарафынан ебәрелгән баш вәзирҙең һүҙҙәрен, бәлки, Аллаң Раббы ишетер ҙә уны язалар. Шуға күрә иҫән ҡалғандар өсөн доға ҡылһаңсы», тип әйтте, – тинеләр.


Шулай тигәндән һуң, Раббы Ғайса күккә алынып, Алланың уң яғына ултырҙы.


Фәрештәләр күккә күтәрелгәндән һуң, көтөүселәр бер-береһенә: – Әйҙәгеҙ, Бейт-Ләхәмгә барайыҡ, Раббы әйткән урында булып, был хәлде күрәйек, – тинеләр.


Фатиха биргәндә, алыҫая барып, күккә алынды.


Ә бит күктән төшкән Әҙәм Улынан башҡа берәүҙең дә унда күтәрелгәне юҡ.


Ошо һүҙҙәрҙе әйткәс, Ғайса илселәрҙең күҙ алдында күккә олғашты, болот Уны уларҙың ҡарашынан йәшерҙе.


Ул: «Ҡурҡма, Паулус! Һин ҡайсар алдына баҫырға тейешһең. Һинең менән булған кешеләрҙең бөтәһенә лә Алла тормош бүләк итә», – тине.


Диндар кешеләр Стефанусты ерләне, ҡайғырып ныҡ иланы.


Был «ҡыуыш»та саҡта ошо тәнебеҙ өҫтөнән күктән килгән был яңы кейемде кейергә ашҡынып көрһөнәбеҙ,


Эйе, беҙ донъялағы ҡыуышыбыҙҙа саҡта күңелгә ауыр булғанлыҡтан көрһөнәбеҙ, сөнки ошо тәнебеҙҙән ҡотолорға теләмәһәк тә, үлемгә эйә бар нәмә йәшәү тарафынан йотолһон өсөн, ошо тәнебеҙ өҫтөнән күктән килгән яңы кейемде кейергә теләйбеҙ.


Шуның өсөн Изге Яҙмала: «Юғарыға күтәрелеп, әсирҙәрҙе артынан эйәртеп, кешеләргә бүләк өләште», – тип әйтелгән.


Шаһиттар күктән көслө тауыштың: – Бында күтәрелегеҙ, – тип әйтеүен ишеттеләр. Улар болотта күккә күтәрелде, ә дошмандары уларға ҡарап торҙо.


Михаяһ уға: – Улай булғас, миндә ҡал, атайым һымаҡ кәңәшсе, ҡаһин булырһың, – тине. – Мин һиңә йылына унар шекел көмөш, өҫтәүенә кейем һәм ашарға аҙыҡ-түлек бирермен.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ