Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІV Батшалар 2:1 - Изге Яҙма

1 Раббының Ильясты өйөрмә эсендә күккә алыр ваҡыты еткәндә, Ильяс менән Ильясиғин Гилгалдан сығып баралар ине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІV Батшалар 2:1
15 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

ғүмере буйы ул Алла юлында йөрөнө. Шунан Ханох юҡ булды, сөнки Алла уны Үҙ янына алды.


Эргәңдән китеүем булыр, Раббы Рухы һине әллә ҡайҙарға алып китер. Ахавҡа барып әйтермен, ә ул килер ҙә, һине бында тапмаһа, мине үлтерер. Мин ҡолоң йәш сағымдан алып Алланан ҡурҡҡан бәндәмен.


– Сыҡ, тауҙа Раббы ҡаршыһына баҫ, – тине уға Раббы. – Һинең яныңдан Раббы уҙыр. Шул ваҡыт тауҙарҙы һелкетеп, ҡаяларҙы емереп, Раббы алдында көслө ел күтәрелде. Әммә Раббы елдә түгел ине. Шунан ер тетрәне. Әммә Раббы ер тетрәүендә лә түгел ине.


үҙе тағы бер көн буйы сүл буйлап барҙы. Бер артыш ҡыуағы аҫтына барып ултырҙы ла үҙенә үлем теләп: – Етер инде, эй Раббым, йәнемде алһаңсы. Ата-бабаларымдан һис тә артыҡ ерем юҡ, – тип ялбарҙы.


Ахазъяһтың башҡа эштәре, ул ҡылған бөтә ғәмәлдәр тураһында «Исраил батшалары тарихы» китабында яҙылған.


Улар һөйләшә-һөйләшә китеп бара ине, ҡапыл ялҡынлы аттар егелгән ут арбаһы пәйҙә булды ла уларҙы бер-береһенән айырҙы. Ильяс өйөрмәлә күккә ашты.


Ильясиғин Гилгалға әйләнеп ҡайтты. Бында аслыҡ ине. Эргәһенә бер төркөм пәйғәмбәрҙәр йыйылғас, хеҙмәтсеһенә ҙур ҡаҙанды усаҡҡа ҡуйып уларға ашарға бешерергә ҡушты.


Шул саҡ Раббы ғәрәсәт эсенән Әйүпкә былай тип яуапланы:


Күккә алыныр ваҡыты яҡынайғас, Ғайса Йәрүсәлимгә барырға ниәтләп юлға сыҡты.


Ошо һүҙҙәрҙе әйткәс, Ғайса илселәрҙең күҙ алдында күккә олғашты, болот Уны уларҙың ҡарашынан йәшерҙе.


Ханох иман аша был донъянан үлем кисермәйенсә алынған. «Уны бер ерҙән дә таба алмайҙар, сөнки уны Алла Үҙе янына ала». Алланың, янына алғанға тиклем үк, уның менән ҡәнәғәт булғаны шаһитлыҡ ителгән.


Беренсе айҙың унынсы көнөндә исраилдар Иордан аша сығып Йерихонан көнсығышҡараҡ, Гилгал тигән урында туплам ҡорҙо.


Раббы Йушағҡа: – Бөгөн мин һеҙҙән Мысырҙағы ҡоллоҡ хурлығын алып ташланым, – тине. Шул замандан бирле был урын Гилгал тип атала.


Шаһиттар күктән көслө тауыштың: – Бында күтәрелегеҙ, – тип әйтеүен ишеттеләр. Улар болотта күккә күтәрелде, ә дошмандары уларға ҡарап торҙо.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ