Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІV Батшалар 19:4 - Изге Яҙма

4 Тере Алланы мыҫҡыллар өсөн хужаһы Ашшур батшаһы тарафынан ебәрелгән баш вәзирҙең бөтә был һүҙҙәрен, бәлки, Аллаң Раббы ишетер ҙә уны язалар. Шуға күрә иҫән ҡалғандар өсөн доға ҡылһаңсы», тип әйтте, – тинеләр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІV Батшалар 19:4
34 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Был урынды Ибраһим Йәһүә-Йире тип атаны. «Раббы тауында хәстәрләнер», – тигән әйтем шунан ҡалған.


Бәлки, Раббы, кәмһетелеүемде күреп, бөгөнгө яман һүҙҙәр өсөн алдағы көнөмдә миңә яҡшылыҡ күндерер.


Хизкияһ батша хакимлығының ун дүртенсе йылында Ашшур батшаһы Санхерив Йәһүҙәнең бөтә нығытмалы ҡалаларына һөжүм итте һәм уларҙы ҡулға төшөрҙө.


Йә Раббы, ҡолаҡ һал да тыңла, күҙҙәреңде ас та күр! Йә Раббы, Һине, тере Алланы хурларға ебәргән Санхеривтың һүҙҙәрен ишет.


Кемде мәсхәрәләнең һин, кемде хурланың? Кемгә тауыш күтәрҙең? Эреләнеп кемгә баҡтың? – Исраилдың Изгеһенә!


Илселәрең аша Мин бөйөк Хакимды хурланың, „Иҫәпһеҙ яу арбаларым менән Тауҙарҙың үренә мендем, Ливан арҡаларына артылдым. Бейек кедр ағастарын, Һайландыҡ кипаристарҙы ҡырҡтым, Иң алыҫ төбәгенә, ҡуйы урмандарына олғаштым.


Тегеләр барып Ишағыяһҡа: – Хизкияһ: «Бөгөн ҡайғы, яза һәм мәсхәрә көнө. Сабый тыуымға килгән, әммә тыуҙырырға хәл ҡалмаған.


Йәһүҙә нәҫеленең ҡотолоп һау ҡалғандары Яңынан төпкә тамыр ебәрер, юғарыла – емешләнер.


Сөнки иҫән ҡалғандар – Йәрүсәлимдән, Тере ҡалғандар Сион тауынан сығасаҡ. Быны Күк ғәскәрҙәре Раббыһы Үҙ ғәйрәте менән тормошҡа ашырасаҡ.


Ишағыяһ, Хизкияһ батшаның ярандары килгәс, уларға былай тине: – Хужағыҙға еткерегеҙ, Раббы әйтә: «Ашшур батшаһы ялсыларының Мине хурлаған һүҙҙәренән ҡурҡма.


Хизкияһ батша менән Амус улы Ишағыяһ пәйғәмбәр, доға ҡылып күктәрҙән ярҙам ялбара.


Шунан мин боҙоҡтарға юлыңды өйрәтермен, Гонаһлылар Һиңә кире ҡайтыр.


Шул саҡ дөрөҫ килтерелгән ҡорбандарҙан, Тотош яндырыу һәм яндырыу ҡорбандарынан хушланырһың. Шул саҡ ҡорбан усағыңда үгеҙҙәр ҡорбан ителер.


Әгәр Күк ғәскәрҙәре Раббыһы Ҡайһыларыбыҙҙы иҫән ҡалдырмаған булһа, Беҙ Содом һымаҡ булыр, Ғамораға оҡшап ҡалыр инек.


Ашшурҙы аллаһыҙ ҡәүемгә ҡаршы ебәрәм, Асыуымды ҡабартҡан халыҡҡа һөжүм итергә, Таларға һәм яумал итеп алырға, Урам балсығы һымаҡ тапарға әмер бирәм.


Бынан кире «Раббының йөгө» тигән һүҙҙе ауыҙығыҙға ла алмағыҙ, сөнки һәр кемдең үҙенең һүҙе – үҙенә йөк. Бының менән һеҙ тере Алланың, Күк ғәскәрҙәре Раббыһының – үҙ Аллағыҙҙың һүҙҙәрен боҙаһығыҙ.


«Мине саҡыр, һиңә яуап ҡайтарырмын. Һин белмәгән бөйөк серҙәрҙе һиңә әйтермен».


Уларға былай тине: – Үтенесегеҙҙе белдерер өсөн мине янына күндергән Исраил Аллаһы Раббы былай ти:


Раббы Хаким былай ти: «Мин, тағы ла халҡым Исраилдың үтенесенә ҡолаҡ һалып, уларҙы ҡуй көтөүе кеүек күбәйтермен.


Алла Үҙенең мәрхәмәте буйынса һайлап алған кешеләр әле лә бар, әммә улар күп түгел.


Ишағыяһ пәйғәмбәр иһә Исраил тураһында былай тип белдерә: «Исраилдарҙың һаны диңгеҙ ҡомо кеүек күп булһа ла, уларҙың аҙҙары ғына ҡотолор.


Үҙ халҡының хәлһеҙләнгәнен, Әсирҙән дә, азаттан да һис кем ҡалмағанын күргәс, Раббы уларҙы ҡыҙғаныр, Үҙенең ҡолдарын яҡлар.


Шуға күрә лә теге саҡта Раббы әйткән таулы өлкәне һин миңә бир. Ул көндө ғанаҡтарҙың унда йәшәгәнен, нығытылған ҙур ҡалалары барлығын һин үҙең ишеткәйнең. Ләкин Раббы минең яҡлы булһа, мин ул ерҙе баҫып алырмын, – тине.


– Хәҙер һеҙ тере Алланың, ҡәнғәни, хитти, хиууи, перизи, гиргаши, әмөри һәм йевусиҙәрҙе һеҙҙең алдығыҙҙан мотлаҡ ҡыуып ебәрәсәк Алланың һеҙҙең арала икәнен күрерһегеҙ, – тип дауам итте Йушағ. –


Йонаҫан ҡорал йөрөтөүсеһенә: – Әйҙә, был сөннәтһеҙҙәрҙең ғәскәре торған яҡҡа сығайыҡ, – тине. – Бәлки, Раббы беҙҙең өсөн берәй ғәмәл ҡылыр. Ҡотҡарам тиһә, Раббыға һинең күплегең дә, аҙлығың да ҡамасау түгел.


Шунан әлеге пелешти: – Бөгөн мин Исраил ғәскәрен мәсхәрәгә ҡалдырам. Минең менән көрәшергә берәй кешегеҙҙе ебәрегеҙ! – тип өҫтәне.


Дауыт эргәһендәге кешеләрҙән: – Был пелештиҙе үлтереп Исраилды хурлыҡтан ҡотҡарған кешегә нимә буласаҡ? – тип һораны. – Тере Алланың ғәскәрен мәсхәрәләргә, был сөннәтһеҙ пелешти шул тиклем кем һуң?


Ә Дауыт пелештигә: – Һин миңә ҡаршы ҡылыс тотоп, һөңгө менән, ҡыҫҡа һөңгө менән киләһең, – тип яуапланы. – Ә мин Күк ғәскәрҙәре Раббыһының, һин хурлаған Исраил ғәскәре Аллаһының, исеме менән киләм.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ