35 Шул төндө Раббы фәрештәһе килеп, ашшурҙарҙың тупламында йөҙ ҙә һикһән биш мең кешене үлтерҙе. Иртәнсәк тороп ҡараһалар, барыһы ла үлеп ята.
Фәрештә Йәрүсәлимде юҡ итер өсөн ҡулын күтәргәйне, әммә Раббы кире уйлап бәләгә сик ҡуйҙы. Ул халыҡты ҡырған фәрештәгә: – Етер, ҡулыңды төшөр! – тине. Раббы фәрештәһе был ваҡытта йевуси халҡынан булған Арауна тигән кешенең ырҙыны янында тора ине.
Бына Мин Ашшур батшаһына бер рух күндерәм. Ул бер хәбәр алыр ҙа үҙ иленә ҡайтып китер. Шунда Мин уны ҡылыстан үткәрәсәкмен».
бөтөн Исраил ерендә өс йыл аслыҡ булһынмы, йә өс ай һине туҡтауһыҙ дошмандарың эҙәрлекләп, уларҙың ҡылысы һиңә килеп етһенме, йә өс көнгә Раббы ҡылысы ябырылып, илдә үләт таралһын һәм Раббы фәрештәһе халҡыңды ҡырһынмы?» Хәҙер уйла ла әйт: Раббыға мин ниндәй яуап бирергә тейешмен? – тип белдерә.
Дауыт, башын күтәреп ҡараһа, ер менән күк араһында Йәрүсәлим өҫтөнә ҡылысын һуҙған Раббы фәрештәһен күреп ҡала. Ҡыл кейемгә кейенгән Дауыт һәм аҡһаҡалдар йөҙҙәре менән ергә ҡаплана.
Йәһүҙиҙәр сүлдәге ҡалҡыулыҡҡа килеп дошман ғәскәренә ҡараһа, ни күрәләр – күп һанлы мәйеттәр менән ер тулған, береһе лә иҫән ҡалмаған.
Алла рәхимлеген оноттомо? Асыуланып, шәфҡәтенә юл яптымы?» Села
Башыңа һәләкәт килмәҫ, Сатырыңа бәлә-ҡаза яҡынламаҫ.
Ҡылғандарың ни ҡәҙәрле бөйөк, Раббы! Тәрәнлектән тәрән фекерҙәрең!
Раббы мысырҙарҙы ҡазалар өсөн килгәндә ишек ҡашағаһындағы һәм яңаҡтарындағы ҡанды күргәс, урап үтер. Йән алыусыға өйөгөҙгә инергә һәм үлтерергә юл ҡуймаҫ.
Әгәр ҙә Мин, ҡулымды күтәреп, һиңә һәм халҡыңа ҡырғын ебәрһәм, ер йөҙөнән юҡ булыр инең.
Ләкин, һин Минең ҡөҙрәтемде күрһен һәм исемем бөтә ер йөҙөндә билдәле булһын өсөн, Мин һине иҫән ҡалдырҙым.
Бына бөйөк Хаким, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы Дошманды дәһшәтле көсө менән Ағас ботағылай һындырасаҡ. Иң оҙон ағастар ҡырҡыласаҡ, Бейектәре йығып һалынасаҡ.
Кистән был халыҡтар дәһшәт таратһа, Таң атыуға юҡ булырҙар. Беҙҙе талаусыларҙың яҙмышы, Беҙҙе иҙгәндәрҙең өлөшө шулай.
Раббы фәрештәһе килеп, ашшурҙарҙың тупламында йөҙ ҙә һикһән биш мең кешене үлтерҙе. Иртәнсәк тороп ҡараһалар, барыһы ла үлеп ята.
Шул уҡ төндө Халдей батшаһы Белшассар үлтерелде.
Йәһүҙә халҡын иһә рәхмәтемдән айырмайым һәм ҡотҡарам – йәйә, ҡылыс, һуғыш менән түгел, аттар һәм һыбайлылар менән түгел, бәлки, Аллалары Раббы ҡулы менән ҡотҡарам уларҙы, – тине.
Һируд Алланы дан-шөһрәткә күммәгән өсөн Раббының бер фәрештәһе ҡапыл уға килтереп һуҡты. Эсенән ҡорттар ашап, Һируд йән бирҙе.