34 Был ҡаланы Үҙемдең хаҡыма, Ҡолом Дауыттың хаҡына Һаҡлармын һәм ҡотҡарып ҡалырмын“».
Шуға ҡарамаҫтан, Дауыт хаҡына Аллаһы Раббы Авиямдан һуң уның улын тәхеткә ултыртты. Шулай итеп, Йәрүсәлимде имен ҡылды, был ҡалала Дауыттың шәмен һүндермәне.
Ғүмереңде ун биш йылға оҙайтам. Һине лә, ҡаланы ла Ашшур батшаһы ҡулынан ҡотҡарам. Был ҡаланы Үҙем һәм ҡолом Дауыт хаҡына һаҡлап алып ҡалам».
Шулай булһа ла Раббы, ҡоло Дауыт хаҡына Йәһүҙәне һәләк итергә теләмәй ине, сөнки уға, шәмең һәр ваҡыт янып торор, тип вәғәҙә биргәйне.
Күк ғәскәрҙәре Раббыһы Үҙ балаларын ҡайғыртып, Улар өҫтөндә кәйелгән ҡош һымаҡ, Йәрүсәлимде ҡурсалар, һаҡлар, Яҡлар һәм ҡотҡарып ҡалыр».
Һине лә, ҡаланы ла Ашшур батшаһы ҡулынан ҡотҡарырмын – был ҡаланы һаҡлап ҡалырмын.
Мин, Мин Үҙем, Үҙемдең хаҡыма Енәйәттәреңде юйып ташлайым, Гонаһтарыңды башҡаса иҫкә алмам.
Быны бары Үҙем өсөн, Тик Үҙем өсөн генә эшләйем, Сөнки ни өсөн исемем оятҡа ҡалырға тейеш? Шөһрәтемде һис кемгә лә бирмәм.
Исемем хаҡына асыуымды кисектерә киләм. Шөһрәтем хаҡына һиңә сабыр булдым, Юғиһә юҡ итер инем.
Тоғролоғо менән именлеге туҡтауһыҙ артыр, Ул Дауыт тәхетендә, уның батшалығында хөкөм һөрөр. Хакимлығын ғәҙеллек менән хаҡлыҡҡа ҡорор һәм нығытыр. Был бөгөндән алып мәңге дауам итер. Күк ғәскәрҙәре Раббыһы быны Үҙ ғәйрәте менән эшләйәсәк.
бары шул саҡта ғына ҡолом Дауыт менән дә килешеүем боҙолор һәм уның тәхетенә ултырып батшалыҡ иткән улы булмаҫ ине. Шулай уҡ Миңә хеҙмәт иткән Леви тоҡомонан булған ҡаһиндар менән килешеү ҙә боҙолор ине.
Яҡуп тоҡомо менән ҡолом Дауыт тоҡомон кире ҡаҡмам. Дауыт тоҡомонан Ибраһим, Исхаҡ, Яҡуп тоҡомдарына батшалар ҡуйырмын, халҡыма әүәлге мул, имен тормошон ҡайтарырмын, рәхим-шәфҡәтемде күрһәтермен».
Шуға күрә Исраил халҡына әйт, Раббы Хаким былай ти: «Эй Исраил нәҫеле, быны һеҙҙең өсөн түгел, барған ҡәүемдәр араһында һеҙ бысратҡан изге исемем хаҡына эшләрмен.
Йәһүҙә халҡын иһә рәхмәтемдән айырмайым һәм ҡотҡарам – йәйә, ҡылыс, һуғыш менән түгел, аттар һәм һыбайлылар менән түгел, бәлки, Аллалары Раббы ҡулы менән ҡотҡарам уларҙы, – тине.
Мин Үҙемдең ҡорамым янында һаҡта торам: Инде һис кем унда-бында үтеп йөрөмәҫ, Бер кем халҡымды йәберләй алмаҫ, Инде Үҙемдең күҙҙәрем унда булыр».
Ә Алла беҙҙе, Үҙенеке булғандарҙы, тулыһынса йолоп алғанға тиклем, Изге Рух – Алланың вәғәҙә ителгәнен алырыбыҙға ышаныслы билдә һәм шуның аша Алланың шөһрәтенә маҡтау булыр.
Ул быны Үҙенең ғәзиз Улында беҙгә бүләк итеп биргән бөйөк мәрхәмәте маҡталһын өсөн эшләне.
Тик дошман үсәмәһен тип кисектерҙем: ‘Быларҙы эшләгән Раббы түгел, Был ҡазаның сәбәпсеһе – беҙ’, – тип Маһайып йөрөмәһендәр.