33 Килгән юлынан боролоп китер, Был ҡалаға кермәҫ, – тип белдерә Раббы. –
Миңә асыу тотҡаныңа күрә, Маһайыуың килеп ишетелгәнгә, Мороноңа ырғаҡ, Ауыҙыңа ауыҙлығымды кейҙерәм; Һине килгән юлыңдан кире ебәрәм.
Был ҡаланы Үҙемдең хаҡыма, Ҡолом Дауыттың хаҡына Һаҡлармын һәм ҡотҡарып ҡалырмын“».
Ашшур батшаһы Санхерив сигенде, Ниневегә ҡайтып китте һәм шунда йәшәне.
Бына Мин Ашшур батшаһына бер рух күндерәм. Ул бер хәбәр алыр ҙа үҙ иленә ҡайтып китер. Шунда Мин уны ҡылыстан үткәрәсәкмен».
Батшаның йөрәге, һыу ағымы һымаҡ, Раббы ҡулында: Ул уны ҡайҙа теләй, шунда бороп ебәрә.