Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІV Батшалар 19:28 - Изге Яҙма

28 Миңә асыу тотҡаныңа күрә, Маһайыуың килеп ишетелгәнгә, Мороноңа ырғаҡ, Ауыҙыңа ауыҙлығымды кейҙерәм; Һине килгән юлыңдан кире ебәрәм.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІV Батшалар 19:28
25 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Килгән юлынан боролоп китер, Был ҡалаға кермәҫ, – тип белдерә Раббы. –


Бына Мин Ашшур батшаһына бер рух күндерәм. Ул бер хәбәр алыр ҙа үҙ иленә ҡайтып китер. Шунда Мин уны ҡылыстан үткәрәсәкмен».


Һулышынан күмер дөрләп китә, Ауыҙынан ялҡын урғыла.


Уны ҡуҙғатырға йөрәге еткән кеше юҡ. Шулай булғас кем Минең ҡаршымда тора алыр?


Ул әйткәйне, әйткәне бар булды; Ул бойорҙо, бойороғо ғәмәлгә ашты.


Алла шатлыҡ ауаздары, Раббы борғо тауышы аҫтында ҡалҡты.


Ҡөҙрәте менән мәңге хакимлыҡ итә, Күҙе менән ҡәүемдәрҙе байҡап тора: Фетнәселдәр Уға ҡаршы ҡалҡмаһындар! Села


Әйҙә, мине ҡыуып тотһон дошман. Йәнемде ергә иза тапаһын, Намыҫымды тупраҡҡа бутаһын! Села


Ер һәм унда йәшәгәндәр сайҡалғанда, Терәктәрен нығытыусы – Мин ул». Села


Эй күк ғәскәрҙәре Раббыһы, Ниндәй ғәзиз Һинең торлаҡтарың!


Һулышы – ярҙарынан сыҡҡан ташҡын кеүек, Һыуы кешенең боғаҙына етә. Ул ҡәүемдәрҙе иләктән үткәрер, яраҡһыҙҙарын айырыр. Халыҡтарҙың ауыҙына юлдан яҙҙырыусы ауыҙлыҡ кейҙерер.


Уны, ырғаҡ менән эләктереп, Ситлеккә ултырттылар, Бабил батшаһына килтерҙеләр; Тауышы Исраил тауҙарында Башҡаса ишетелмәһен тип, Уны бик аҫтында тоттолар.


Әммә Мин теш ҡаҙналарыңа ырғаҡ кейҙерәсәкмен. Йылға-ҡултыҡтарыңдағы балыҡтарҙы тәңкәләреңә йәбештерәсәкмен. Тәңкәләреңә йәбешкән балыҡтарың менән бергә һине йылғанан һөйрәп сығарасаҡмын.


Ауыҙығыҙ менән Миңә ҡаршы тәкәббер һөйләндегеҙ, Минең хаҡта хурлыҡлы һүҙҙәр әйттегеҙ. Мин быны ишеттем».


Һине килгән юлыңдан кире борасаҡмын, теш ҡаҙналарыңа ырғаҡ кейҙерәсәкмен. Һине, бөтә ғәскәреңде, аттарыңды, һыбайлыларыңды, тотош ҡоралланған, эреле-ваҡлы ҡалҡандар тотҡан, ҡылыслы бөйөк сиреүеңде ҡыуып сығарасаҡмын.


Раббы Хаким Үҙенең изгелеге менән ант итә: «Оҙаҡламай һеҙгә сират етер, Һәммәгеҙҙе ырғаҡ менән һөйрәрҙәр, Ҡармаҡҡа эләктереп тартырҙар.


Ҡанун белгестәре менән фарисейҙарҙың асыуы ҡабарҙы, улар, Ғайсаға ҡаршы ни эшләргә икән, тип кәңәш ҡорҙо.


Әгәр ҙә донъя һеҙгә нәфрәтләнә икән, иҫегеҙҙә тотоғоҙ: ул һеҙҙән элек Миңә нәфрәтле.


– Тиҫкәре халыҡ! – тине Стефанус. – Сөннәтте ҡабул итһәгеҙ ҙә, йөрәктәрегеҙ ҙә, ҡолаҡтарығыҙ ҙа бикле! Һеҙ, аталарығыҙ кеүек үк, Изге Рухҡа һәр ваҡыт ҡаршы киләһегеҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ