Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІV Батшалар 19:22 - Изге Яҙма

22 Кемде мәсхәрәләнең һин, кемде хурланың? Кемгә тауыш күтәрҙең? Эреләнеп кемгә баҡтың? – Исраилдың Изгеһенә!

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІV Батшалар 19:22
22 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Тере Алланы мыҫҡыллар өсөн хужаһы Ашшур батшаһы тарафынан ебәрелгән баш вәзирҙең бөтә был һүҙҙәрен, бәлки, Аллаң Раббы ишетер ҙә уны язалар. Шуға күрә иҫән ҡалғандар өсөн доға ҡылһаңсы», тип әйтте, – тинеләр.


Инде беҙ илаһи билдәләребеҙҙе күрмәйбеҙ, Пәйғәмбәрҙәр ҙә ҡалманы, Ҡасанғаса был хәл – һис кем белмәй.


Әммә фирғәүен: – Уны тыңлап, Исраил халҡын сығарып ебәрергә, кем һуң ул Раббы? Мин ул Раббыны белмәйем һәм Исраил халҡын ебәрмәйем, – тип яуапланы.


Әле һин һаман да Минең халҡымдан өҫтөн ҡыланаһың, уны ебәрмәй ҡарышаһың.


Күҙҙәре шундай тәкәббер, һауалы ҡараған заттар була.


Сөнки ул: „Быны мин ҡулымдың көсө, Зирәк аҡылым менән эшләнем, Сөнки мин аҡыллымын: Халыҡтарҙы айырған сиктәрҙе юҡ иттем, Хазиналарын талап алдым, Батшаларҙы үгеҙ кеүек тәхеттән һөҙөп төшөрҙөм.


Балта оҫтаһы алдында балта маһайырмы? Бысҡы уны тартыусы ҡаршыһында эреләнерме? Ҡулындағы таяғы кешенең үҙен күтәреп ырғытырмы? Күҫәк үҙен күтәргән кешене күтәрерме?


Раббы Хаким, Исраилдың Изгеһе былай ти: «Миңә ҡайтып тыныс йәшәһәгеҙ, ҡотолорһоғоҙ; Һеҙҙең көсөгөҙ – тыныслыҡта һәм өмөттә. Тик быны эшләргә теләмәйһегеҙ.


Шуға күрә, ут һаламды көйрәткән, Ялҡын бесәнде ялмаған кеүек, Уларҙың тамыры серер, Сәскәләре туҙан һымаҡ осоп китер. Сөнки Күк ғәскәрҙәре Раббыһының ҡанунын кире ҡаҡты, Исраил Изгеһенең һүҙен һанға һуҡманы улар!


Исраилдың Изгеһе алдында Илдәре енәйәткә батҡан булһа ла, Аллалары Күк ғәскәрҙәре Раббыһы Исраил һәм Йәһүҙә халҡын ташламаны.


Тора-бара, тәкәбберләнеп, күк ғәскәренең Башлығына тиклем барып етте: Уны көн дә килтерелә торған ҡорбандарҙан мәхрүм итте, Уның Изге торлағы булған урынды емерҙе.


Алланы танып белеүгә ҡаршы тәкәббер рәүештә күтәрелгән төрлө ҡаршылыҡтарҙы емерәбеҙ һәм һәр төрлө уй-ниәтте эләктереп алып, Мәсихкә буйһондорабыҙ.


Ул, Алла йәки изге тип аталған бөтә нәмәгә лә ҡаршы сығып, үҙен уларҙан юғары ҡуйып, Алла йортона инеп ултырыр һәм үҙен Алламын тип иғлан итер.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ