19 Йә Раббы Аллабыҙ, инде беҙҙе Санхеривтың ҡулынан ҡотҡарһана, бөтә донъя батшалыҡтары Һинең, йә Раббым, берҙән-бер Алла булғаныңды белһен.
Бер Алла бәндәһе Исраил батшаһы янына килеп былай тине: – «Раббы – тауҙар аллаһы, үҙәндәр аллаһы түгел», – тип әйткәндәре өсөн Мин был ҙур сиреүҙе тотошлай һинең ҡулыңа тапшырам. Шунда Минең Раббы икәнемде белерһегеҙ, – тип әйтә Раббы.
Һинең бөйөк исемең, көсөң һәм ҡөҙрәтең тураһында ишетеп ошо ҡорамға ҡарап доға ҡылһа,
Һин күктәрҙән – Үҙ торлағыңдан – тороп уға ҡолаҡ һал, бөтә үтенестәрен ғәмәл ҡыл. Донъялағы бар ҡәүемдәр, халҡың Исраил кеүек, Һинең исемеңде белһен, Һинән дәһшәтләнһен, мин төҙөгән ошо ҡорамдың Һинең исемеңә бағышланғанын белһен.
Шул саҡта донъялағы барса ҡәүемдәр белер: бары тик Раббы ғына Алла һәм Унан башҡа алла юҡ.
былай тип доға ҡылды: – Эй кирубтар араһында тәхет ҡорған Исраил Аллаһы Раббы! Ерҙәге бөтә батшалыҡтарҙың берҙән-бер Аллаһы Һин. Күк менән ерҙе Һин яраттың.
Нағаман, оҙатып йөрөүселәрен эйәртеп, Ильясиғин янына ҡабат килде. Уның ҡаршыһына баҫып: – Инде мин Исраилдан башҡа донъяның бер ерендә лә Алла юҡлығын белдем, – тине. – Мин ҡолоңдоң бүләктәрен ҡабул итеп алһаңсы.
Раббыға шөкөр итегеҙ, исеме менән саҡырығыҙ, Ғәмәлдәрен халыҡтар араһында иғлан итегеҙ!
Хизкияһ батша Раббыға тоғролоҡ менән башҡарған ошо эштәрҙән һуң, Ашшур батшаһы Санхерив Йәһүҙәгә һөжүм итә һәм, нығытмалы ҡалаларҙы тартып алыу ниәте менән, уларҙы ҡамап ала.
Шуға күрә Раббы былай ти: „Хәҙер һин Минең Раббы икәнемде белерһең“. Нил һыуына ҡулымдағы бынау таяҡ менән һуҡһам, һыу ҡанға әйләнер.
Ер йөҙөндәге бөтә халыҡтар Раббының ни тиклем ҡөҙрәтле булыуын белһен, һеҙ ҙә үҙегеҙҙең Аллағыҙ Раббынан һәр саҡ ҡурҡһын һәм ололаһын өсөн эшләнде был.
Был хаҡта ҡәнғәниҙәр һәм был илдә йәшәгән барса халыҡ белер ҙә, беҙҙе ҡамауға алып, исемебеҙҙе ер йөҙөнән юйып ташлар. Шул сағында Һинең бөйөк исемең менән ни булыр?