10 – Йәһүҙә батшаһы Хизкияһҡа әйтегеҙ, – тине ул. – «Һин өмөт тотҡан Аллаң, Йәрүсәлим Ашшур батшаһының ҡулына төшмәйәсәк», тип һине алдамаһын.
Шунан һуң мин, килеп, һеҙҙе үҙегеҙҙеке кеүек үк илгә – ашлыҡ һәм яңы шарапҡа, икмәк һәм йөҙөм баҡсаларына, зәйтүн майына һәм балға бай илгә алып китермен һәм һеҙ үлмәҫһегеҙ, шунда ғүмер итерһегеҙ. Хизкияһтың әйткәненә ҡолаҡ һалмағыҙ. „Раббы беҙҙе ҡотҡарасаҡ“, – тип ул һеҙҙе алдамаһын.
Хизкияһ ысын күңелдән Исраил Аллаһы Раббыға ғына инанды. Быға тиклем дә, бынан һуң да Йәһүҙә батшалары араһында уға еткән берәү ҙә булманы.
Ашшур батшаларының бөтә илдәр менән ниҙәр эшләгәнен, ҡалаларын ни рәүешле ер менән тигеҙләгәнен ишеткәнһеңдер. Әллә һин ҡотолоп ҡалырмын тип уйлайһыңмы?
Шул саҡ Ашшур батшаһы Куш батшаһы Тирһаҡаның яу менән килеүе тураһында хәбәр алды һәм Хизкияһҡа тағы илселәр ебәрҙе.