9 Хизкияһ батшалығының дүртенсе, йәғни Исраил батшаһы Эла улы Һошеяғтың етенсе йылында, Ашшур батшаһы Шалманасар Самарияға һөжүм итте һәм ҡаланы ҡамап алды.
Һошеяғ Эла улының Исраилға батшалыҡ итеүенең өсөнсө йылында Йәһүҙә тәхетенә Ахаз улы Хизкияһ ултырҙы.
Шунан һуң мин, килеп, һеҙҙе үҙегеҙҙеке кеүек үк илгә – ашлыҡ һәм яңы шарапҡа, икмәк һәм йөҙөм баҡсаларына бай илгә алып китермен.
Исраил – таралған һарыҡ көтөүе ул; Уны арыҫландар баҫтырҙы. Тәүҙә уны Ашшур батшаһы ашаны, Унан Бабил батшаһы Навуходоносор һөйәктәрен кимерҙе».
Халҡың араһында буталыш башланыр, Нисек Шалман яу көнөндә Бейт-Арвелде емергән; Әсәләр балалар менән бергә киҫәктәргә тураҡланған, Шулай бөтә ҡәлғәләрең һәләк булыр.
«Шуға күрә Мин Самарияны харабаға – Йөҙөм ағастары үҫтерә торған урынға әйләндерәм. Ҡала таштарын үҙәнгә быраҡтырам, Нигеҙенә тиклем емерәм, – ти Раббы. –