Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІV Батшалар 18:8 - Изге Яҙма

8 Ул пелештиҙәрҙең Газа ҡалаһына тиклемге биләмәләрен яулап алды һәм күҙәтеү манараларынан башлап, нығытмалы ҡалаларға тиклем тар-мар итте.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІV Батшалар 18:8
9 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Инде хәҙер Раббы, минең Аллам, һәр тарафта тыныслыҡ бирҙе. Хәҙер бер дошманым да юҡ, һис ниндәй ҡаршылыҡ ҡалманы.


Аллалары Раббы хуш күрмәгән ғәмәлдәр ҡылдылар, бөтә ерҙә – күҙәтеү манараларынан башлап, нығытмалы ҡалаларға тиклем – ялған илаһтарға табыныу ҡалҡыулыҡтары эшләнеләр.


Үрҙә исемләп һаналғандар Йәһүҙә батшаһы Хизкияһ хакимлыҡ иткән осорҙа ошонда килә. Улар Хам нәҫелдәренә торлаҡтарында һәм улар араһында төйәкләнгән меғуниҙәргә һөжүм итә һәм, харам ҡылып, тотошлайы менән ҡырып бөтөрә, биләмәләренә хужа була. Улар әлегә тиклем шунда йәшәй, сөнки бында мал-тыуарға көтөүлектәр етерлек.


Ул сүллектә манаралар төҙөтә, бихисап көтөүҙәре өсөн күпләп һыу соҡорҙары эшләтә. Ер эшенә күңеле ятҡанға күрә, Шефелала һәм тигеҙлектә игенселәре, тауҙарҙа һәм баҡсаларҙа йөҙөм үҫтереүселәре була.


Пелештиҙәр ҙә Йәһүҙәнең Шефелалағы һәм Негевтағы ҡалаларына һөжүм итеп, Бейт-Шәмәште, Айялонды, Гедероҫты, Сохоны улар тирәһендәге ауылдары менән бергә, шулай уҡ Тимна менән Гимзоны улар тирәһендәге ауылдары менән бергә ала һәм шунда төпләнә.


«Эй Пелешеҫ иле, һине туҡмаған таяҡ һынды тип ҡыуанма, Сөнки йылан тамырынан ҡара йылан сығыр. Уның тоҡомо оса торған ағыулы йылан булыр.


Тупрағын ҡаҙып, таштарынан таҙартты, Иң һәйбәт йөҙөм ултыртты. Уртаһына ҡарауыл манараһы ҡалҡытты, Йөҙөм һыҡҡыс өсөн ташты уйҙы. Баҡсаһынан татлы емеш көттө, Әммә йөҙөм әсе емеш бирҙе.


Ә ғаууиҙар Газаға тиклемге ауылдарҙа йәшәй ине, әммә Кафторҙан сыҡҡан кафториҙар уларҙы ҡырып бөтөп, урындарына үҙҙәре ултырҙы.


эргә-тирәһендәге ауылдар менән бергә Ашдод һәм Газа Мысыр сигендәге йылғаға һәм Бөйөк диңгеҙ ярына тиклем.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ