ІV Батшалар 18:5 - Изге Яҙма5 Хизкияһ ысын күңелдән Исраил Аллаһы Раббыға ғына инанды. Быға тиклем дә, бынан һуң да Йәһүҙә батшалары араһында уға еткән берәү ҙә булманы. အခန်းကိုကြည့်ပါ။ |
Аса, Аллаһы Раббыға ялбарып, былай ти: – Раббым! Көслөгә лә, көсһөҙгә лә ярҙам итеү Һинең генә ҡулыңдан килә. Аллабыҙ Раббы, зинһар, ярҙам ит беҙгә, беҙ тик Һиңә өмөтләнәбеҙ, Һинең исемең менән ошо тиклем ҙур сиреүгә ҡаршы сыҡтыҡ. Эй Раббым! Һин – беҙҙең Аллабыҙ: әҙәм затының Һинән өҫтөн сығыуына юл ҡуйма.