ІV Батшалар 18:4 - Изге Яҙма4 Ул табыныу ҡалҡыулыҡтарын емерҙе, табыныу бағаналарын ватты, Ашераға ҡуйылған ҡолғаларҙы ҡырҡып ташланы, шулай уҡ Муса яһаған баҡыр йыланды юҡ итте. Сөнки исраилдар, Нехуштан тип исем ҡушып, шул көндәргә тиклем уның алдында хуш еҫ төтәтә торғайны. အခန်းကိုကြည့်ပါ။ |
Ахаз батша Урияһ ҡаһинға: – Иртәнге тотош яндырыу ҡорбанын, киске икмәк саҙаҡаһын, батшаның тотош яндырыу ҡорбанын һәм икмәк саҙаҡаһын, илдең бөтә халҡының тотош яндырыу ҡорбандарын һәм икмәк саҙаҡаларын, халыҡтың түкмә ҡорбандарын ошо ҙур ҡорбан усағында килтер. Бөтә ҡорбандарҙың, тотош яндырыу ҡорбандарының ҡанын ошо усаҡҡа һирп. Ә баҡыр усаҡты күрәҙәлек итеү өсөн үҙем тотонасаҡмын, – тип бойорҙо.
Ахырҙа бындағы бөтә исраилдар Йәһүҙә ҡалаларына юллана, уларҙағы табыныу бағаналарын вата, Ашераға ҡуйылған ҡолғаларҙы ҡырҡа, Йәһүҙә һәм Бинйәмин, Әфраим һәм Менашше ерҙәрендәге табыныу ҡалҡыулыҡтарын һәм ҡорбан усаҡтарын тотошлайы менән емереп сыға. Шунан һуң һәр кем үҙ биләмәһенә, үҙ ҡалаһына ҡайтып китә.