30 Хизкияһ һеҙгә: „Раббы беҙҙе һис шикһеҙ ҡотҡарасаҡ, был ҡала Ашшур батшаһының ҡулына эләкмәйәсәк“, – тип әйтеп өмөтләндермәһен».
Батша былай ти: «Хизкияһ һеҙҙе алдамаһын, ул һеҙҙе минең ҡулдан ҡотҡара алмаясаҡ.
Хизкияһты тыңламағыҙ, сөнки Ашшур батшаһы былай ти: «Минең менән татыулашығыҙ, минең яҡҡа сығығыҙ – һәр берегеҙ үҙенең йөҙөм тәлгәшенән, үҙенең инжир ағасынан ашар, үҙенең ҡоҙоғонан һыу эсер.
– Йәһүҙә батшаһы Хизкияһҡа әйтегеҙ, – тине ул. – «Һин өмөт тотҡан Аллаң, Йәрүсәлим Ашшур батшаһының ҡулына төшмәйәсәк», тип һине алдамаһын.
Кемде мәсхәрәләнең һин, кемде хурланың? Кемгә тауыш күтәрҙең? Эреләнеп кемгә баҡтың? – Исраилдың Изгеһенә!
Йырсылар етәксеһенә: һигеҙ ҡыллы уйын ҡоралдары оҙатыуында. Дауыттың мәҙхиәһе.
«Алла уны ҡотҡармаясаҡ!» – тигәндәр Эргә-тирәмдә бихисап. Села
Саҡырған сағымда яуап ҡайтар, ғәҙел Аллам! Тарлығымда иркенгә сығарҙың. Әле лә бул мәрхәмәтле, доғама ҡолаҡ һал.
Унда мин Алланың ҡорбан усағына, Илаһыма – һөйөнөсөм, йыуанысыма – килермен; Арфала уйнап Һине данлармын, Эй Алла, Илаһым минең.
Бар батшалар алдында ергә ҡапланһын, Бөтөн ҡәүемдәр уға хеҙмәт итһен!
Алдында сүлдәге ҡәбиләләр теҙ сүкһен, Дошмандары саң-туҙан ялаһын.
Ул Аллаға ышана ине. Әгәр ҙә Алла Уны хуш күрһә, хәҙер Уны ҡотҡарһын! Ул Үҙен Алланың Улы тип атаны бит.
Ә халыҡ ҡарап торҙо. Башлыҡтар иһә мыҫҡыл итеп: – Башҡаларҙы ҡотҡара ине бит. Әгәр Ул Мәсих – Алла тарафынан һайланған икән, Үҙен дә ҡотҡарһын, – тинеләр.