Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІV Батшалар 18:24 - Изге Яҙма

24 Хакимымдың, исмаһам, иң бәләкәй хеҙмәтселәренең береһе булған сиреү башлығына нисек ҡаршы тора алырһың икән? Мысырҙың яу арбаларына һәм аттарына өмөтләнәһеңме?

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІV Батшалар 18:24
21 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Улар менән бергә атлылар һәм арбалылар ҙа юлға сыҡты, шуға күрә ҙур бер төркөм булып барҙылар.


Бынан һуң Бен-Һадад уға: – Самариянан ҡалған саң-туҙан яугирҙәремә ҡуш услап алырға етһә, мине аллаларҙың ҡаты ҡәһәре һуҡһын, – тигән хәбәр ебәрҙе.


Бына һин сатнаған ҡамыш таяҡҡа – Мысырға таянмаҡсыһың. Белеп тор, был таяҡ үҙенә таянған кешенең ҡулына ҡаҙаласаҡ. Мысыр батшаһы фирғәүен дә үҙенә ышанғандар өсөн шулай булыр.


Әйҙә минең хакимым Ашшур батшаһы менән ҡул һуғып килешегеҙ әле. Ул: «Мин һиңә ике мең баш ат бирәм – уларға һыбайлылар таба алырһыңмы икән?» – тип әйтә.


Әллә мин был ерҙе тар-мар итергә Раббы ихтыярынан тыш килгән тип уйлайһыңмы? Раббы Үҙе миңә: «Бар, ул илде ҡыйрат», – тине.


„Минең ғәскәр башлыҡтарым, – ти ул, – Һәммәһе лә батша һымаҡ түгелме ни?


«Был башбаштаҡ нәҫелгә ҡайғы! – тип белдерә Раббы, – Минең ниәттәрҙе түгел, үҙҙәренекен тормошҡа ашыралар. Рухыма тап килмәгән килешеүҙәр төҙөйҙәр, Гонаһ өҫтөнә гонаһ өйәләр.


Ярҙам һорап, Мысырға барғандарҙың башына ҡайғы! Аттарға өмөтләнәләр, Яу арбаларының күплегенә, Һыбайлыларҙың көсөнә ышаналар. Ә ҡараштарын Исраилдың Изгеһенә йүнәлтмәйҙәр, Раббыны эҙләмәйҙәр!


Мысырҙар бит Алла түгел, бары кеше, Аттары ла рухтан түгел, тик тән генә. Раббы ҡулын күтәргән сағында Ярҙамға килгән абыныр, Ярҙам алғаны йығылыр, Һәммәһе бер юлы һәләк булыр.


Бына һин сатнаған ҡамыш таяҡҡа – Мысырға таянмаҡсыһың. Белеп тор, был таяҡ үҙенә таянған кешенең ҡулына ҡаҙаласаҡ. Мысыр батшаһы фирғәүен дә үҙенә ышанғандар өсөн шулай булыр.


Хакимымдың, исмаһам, иң бәләкәй хеҙмәтселәренең береһе булған сиреү башлығына нисек ҡаршы тора алырһың икән? Мысырҙың яу арбаларына һәм аттарына өмөтләнәһеңме?


– Исраил Аллаһы Раббы былай ти: «Һеҙҙе Миңә үтенес менән ебәргән Йәһүҙә батшаһына белдерегеҙ: „Һеҙгә ярҙамға килә ятҡан фирғәүен ғәскәре үҙ иле Мысырға ҡайтып китәсәк.


Әммә ул кеше Бабил батшаһына ҡаршы баш күтәрҙе, үҙенә аттар һәм ҙур ғәскәр ебәрһен өсөн Мысырға илселәр ебәрҙе. Уңыш ҡаҙанырмы ул? Ошоларҙы эшләгән кеше ҡотолормо? Төҙөгән килешеүҙе боҙҙо – ҡотола алырмы?


Бабилдар бик күптәрҙе ҡырыр өсөн тупраҡтан ҡамау убалары өйгәндә, ҡаланы уратып нығытмалар төҙөгәндә, фирғәүен ҡеүәтле ғәскәре һәм күп һанлы яугирҙәре менән һуғышта уға ярҙамсы булмаясаҡ.


Шул саҡ Мысырҙа йәшәгән һәр кем Минең Раббы икәнемде белер. Һин халҡым Исраил өсөн ҡамыш терәү генә булдың.


Һине кешеләр араһынан ҡыуырҙар; ҡырағай януарҙар араһында йәшәргә, мал ише, үлән менән туҡланырға, ысыҡ менән йыуынырға тура килер. Ана шулай ете йыл үтер – һәм һин шуны аңларһың: кешелек батшалығына Юғарыларҙан Юғары бер үҙе хаким, Ул кемгә теләй, шуға бирә.


Тик батшағыҙ йылҡыларын күбәйтмәһен һәм күп итеп ат һатып алыр өсөн кешеләрҙе Мысырға ебәрмәһен. Сөнки Раббы һеҙгә: «Башҡаса был юлдан кире ҡайтмағыҙ», – тине.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ