21 Бына һин сатнаған ҡамыш таяҡҡа – Мысырға таянмаҡсыһың. Белеп тор, был таяҡ үҙенә таянған кешенең ҡулына ҡаҙаласаҡ. Мысыр батшаһы фирғәүен дә үҙенә ышанғандар өсөн шулай булыр.
Әммә бер йылды Һошеяғ Мысыр фирғәүене Соға ярҙам һорап илселәр ебәрҙе һәм Ашшурға һәр йыл түләргә кәрәк булған яһаҡты түләүҙән туҡтаны. Ашшур батшаһы, Һошеяғтың хыянаты тураһында белгәс, уны ҡулға алып, зинданға ултыртты.
Йәһүҙә батшалары Ғуззияһ, Йоҫам, Ахаз һәм Хизкияһ замандарында Амус улы Ишағыяһҡа Йәһүҙә менән Йәрүсәлим тураһында иңдерелгән күренмеш.
Шул сағында Кушҡа өмөт бағлаған, Мысыр менән маҡтанған кешеләрҙең ҡоттары осор һәм улар оятҡа ҡалыр.
«Был башбаштаҡ нәҫелгә ҡайғы! – тип белдерә Раббы, – Минең ниәттәрҙе түгел, үҙҙәренекен тормошҡа ашыралар. Рухыма тап килмәгән килешеүҙәр төҙөйҙәр, Гонаһ өҫтөнә гонаһ өйәләр.
Мысыр ярҙамынан файҙа сыҡмаҫ, бушҡа булыр. Шуға күрә Мин Мысырҙы: „Шым ғына ултырған Раһав“ тип атаным».
Бына һин сатнаған ҡамыш таяҡҡа – Мысырға таянмаҡсыһың. Белеп тор, был таяҡ үҙенә таянған кешенең ҡулына ҡаҙаласаҡ. Мысыр батшаһы фирғәүен дә үҙенә ышанғандар өсөн шулай булыр.
Унда ҡысҡырҙылар: „Мысыр батшаһы фирғәүен – бушбоғаҙ! Ул форсатын ҡулдан ысҡындырҙы!“»
Был һүҙҙәр Мысыр хаҡында һәм Мысыр батшаһы Нехо фирғәүендең Евфрат йылғаһы буйындағы Каркемиш янына килеп туҡтаған ғәскәре тураһында ине. Йәһүҙә батшаһы Йеһояҡим Йошияһ улы хакимлығының дүртенсе йылында Бабил батшаһы Навуходоносор был ғәскәрҙе ҡыйратты.
Йәһүҙәлә Ғуззияһ, Йоҫам, Ахаз, Хизкияһ батшалар, Исраилда Йеһоаш улы Яровғам батша хакимлыҡ иткән йылдарҙа Беери улы Һошеяғҡа Раббы һүҙе булды.