19 Баш вәзир уларға: – Хизкияһҡа еткерегеҙ, – тине. – Бөйөк батша, Ашшур батшаһы, былай ти: «Һин нимәгә өмөтләнәһең?
Шунан Ашшур батшаһы Лахиштан Йәрүсәлимгә ғәскәр башлығын, һарай башлығын һәм баш вәзирен бик ҙур ғәскәр менән Хизкияһ батшаға ебәрҙе. Улар, Йәрүсәлимгә килеп, Өҫкө быуаның арығы янында Кейеҙсе баҫыуына илткән юлда туҡтаны.
Бәлки миңә: „Аллабыҙ Раббыға ышанабыҙ“, – тип әйтерһегеҙ? Әммә Хизкияһ, ошо Аллағыҙға табыныу ҡалҡыулыҡтарын, ҡорбан усаҡтарын боҙоп ташлап, Йәһүҙә халҡына һәм Йәрүсәлимдә йәшәүселәргә: „Фәҡәт Йәрүсәлимдәге ошо ҡорбан усағы алдында ғына сәждә ҡылығыҙ“, – тип әйтте түгелме?»
Хизкияһ ысын күңелдән Исраил Аллаһы Раббыға ғына инанды. Быға тиклем дә, бынан һуң да Йәһүҙә батшалары араһында уға еткән берәү ҙә булманы.
– Йәһүҙә батшаһы Хизкияһҡа әйтегеҙ, – тине ул. – «Һин өмөт тотҡан Аллаң, Йәрүсәлим Ашшур батшаһының ҡулына төшмәйәсәк», тип һине алдамаһын.
Саҡырған сағымда яуап ҡайтар, ғәҙел Аллам! Тарлығымда иркенгә сығарҙың. Әле лә бул мәрхәмәтле, доғама ҡолаҡ һал.
Баш вәзир уларға: – Хизкияһҡа еткерегеҙ, – тине. – Бөйөк батша, Ашшур батшаһы, былай ти: «Һин нимәгә өмөтләнәһең?
Бына һин сатнаған ҡамыш таяҡҡа – Мысырға таянмаҡсыһың. Белеп тор, был таяҡ үҙенә таянған кешенең ҡулына ҡаҙаласаҡ. Мысыр батшаһы фирғәүен дә үҙенә ышанғандар өсөн шулай булыр.
Бәлки һин миңә: „Аллабыҙ Раббыға ышанабыҙ“, – тип әйтерһең? Әммә Аллағыҙға табыныу ҡалҡыулыҡтарын, ҡорбан усаҡтарын боҙоп ташлап, Йәһүҙә халҡына һәм Йәрүсәлимдә йәшәүселәргә: „Фәҡәт ошо ҡорбан усағы алдында ғына сәждә ҡылығыҙ“, – тип Хизкияһ әйтте түгелме?»
– Йәһүҙә батшаһы Хизкияһҡа әйтегеҙ, – тине ул. – Һин өмөт тотҡан Аллаң, «Йәрүсәлим Ашшур батшаһының ҡулына төшмәйәсәк», тип һине алдамаһын.
Хамаҫ менән Арпад батшалары, Сефарваим ҡалаһының батшаһы, Һенағ менән Ғиууа батшалары ҡайҙа хәҙер?
Навуходоносорға әйтелгәндәр шунда уҡ бойомға ашты. Уны кешеләр араһынан ҡыуҙылар, мал ише, үлән ашаны, тәне күк ысығында йыуылды. Сәстәре – бөркөт ҡанатылай, тырнаҡтары ҡоштоҡо һымаҡ оҙон булып үҫте.