Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІV Батшалар 18:17 - Изге Яҙма

17 Шунан Ашшур батшаһы Лахиштан Йәрүсәлимгә ғәскәр башлығын, һарай башлығын һәм баш вәзирен бик ҙур ғәскәр менән Хизкияһ батшаға ебәрҙе. Улар, Йәрүсәлимгә килеп, Өҫкө быуаның арығы янында Кейеҙсе баҫыуына илткән юлда туҡтаны.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІV Батшалар 18:17
11 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Йәрүсәлимдә Амасъяһҡа ҡаршы фетнә ойошторолдо. Ул Лахиш ҡалаһына ҡасты, әммә дошмандары, артынан кеше ебәреп, уны шунда үлтерттеләр.


Шулай уҡ Йәһүҙә батшаһы Хизкияһ Раббы ҡорамының ишектәрендәге һәм ишек яңаҡтарындағы үҙе көпләткән бөтә алтынды ҡуптарып алып Ашшур батшаһына бирҙе.


Илселәрең аша Мин бөйөк Хакимды хурланың, „Иҫәпһеҙ яу арбаларым менән Тауҙарҙың үренә мендем, Ливан арҡаларына артылдым. Бейек кедр ағастарын, Һайландыҡ кипаристарҙы ҡырҡтым, Иң алыҫ төбәгенә, ҡуйы урмандарына олғаштым.


Хизкияһтың башҡа ғәмәлдәре, уның ҡаһарманлығы, быуа һәм һыу үткәргес эшләткәне, ҡалаға һыу индергәне тураһында «Йәһүҙә батшалары тарихы» китабында яҙылған.


Шишаҡ, Йәһүҙәнең нығытылған ҡалаларын ҡулға төшөргәс, Йәрүсәлимгә юл тота.


Бынан һуң үҙенең бөтә ғәскәре менән Лахиш ҡалаһын ҡамауҙа тотҡан Ашшур батшаһы Санхерив, хеҙмәтселәрен Йәрүсәлимгә ебәреп, Йәһүҙә батшаһы Хизкияһҡа һәм Йәрүсәлимдә йәшәгән бөтә йәһүҙиҙәргә былай тип әйтергә ҡуша:


Ашшур батшаһы Саргон үҙенең ғәскәр башлығын Ашдод ҡалаһына ебәрҙе. Ғәскәр башлығы барып, ул ҡаланы яулап алды.


Шунан Ашшур батшаһы баш вәзирен бик ҙур ғәскәр менән Лахиштан Йәрүсәлимгә, Хизкияһ батшаға ебәрҙе. Баш вәзир Өҫкө быуаның арығы янында Кейеҙсе баҫыуына илткән юлда туҡтаны.


Шул саҡ Раббы Ишағыяһҡа былай тине: – Улың Шеар-Яшув менән Ахазды ҡаршыларға сыҡ. Ул өҫкө быуа арығының осонда Кейеҙсе баҫыуына барған юлда тора.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ