Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІV Батшалар 18:16 - Изге Яҙма

16 Шулай уҡ Йәһүҙә батшаһы Хизкияһ Раббы ҡорамының ишектәрендәге һәм ишек яңаҡтарындағы үҙе көпләткән бөтә алтынды ҡуптарып алып Ашшур батшаһына бирҙе.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІV Батшалар 18:16
7 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Йәһүҙә батшаһы Йоаш үҙенә тиклем булған Йәһүҙә батшалары Йеһошафат, Йеһорам, Ахазъяһ һәм үҙе тарафынан ҡорамға бағышланған барлыҡ изге әйберҙәрҙе, Раббы ҡорамының һәм үҙ һарайының хазина келәттәрендә һаҡланған бөтә алтынды алып, Арам батшаһына ебәрҙе. Бынан һуң Хазаил Йәрүсәлимдән сигенде.


Йоаш батшаның башҡа ғәмәлдәре тураһында «Йәһүҙә батшалары тарихы» китабында яҙылған.


Хизкияһ уға Раббы ҡорамында һәм батша һарайының хазина келәттәрендә булған бөтә көмөштө түләне.


Шунан Ашшур батшаһы Лахиштан Йәрүсәлимгә ғәскәр башлығын, һарай башлығын һәм баш вәзирен бик ҙур ғәскәр менән Хизкияһ батшаға ебәрҙе. Улар, Йәрүсәлимгә килеп, Өҫкө быуаның арығы янында Кейеҙсе баҫыуына илткән юлда туҡтаны.


Батшалыҡ итеүенең тәүге йылының тәүге айында уҡ ул Раббы ҡорамының ишектәрен ҡайтанан астыра һәм уларҙы йүнәттерә.


Быларға бик һөйөнгән Хизкияһ илселәргә хазина йортон, алтын-көмөштө, хушбуйҙарҙы, ҡиммәтле майҙарҙы, ҡорал йортон, келәттәрендә булған бөтә нәмәләрен күрһәтте; һарайында һәм биләмәләрендә күрһәтмәгән бер генә нәмә лә ҡалманы.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ