10 Өс йыл буйы ҡамауҙа булғандан һуң, Самария баш һалды. Был хәлдәр Хизкияһ батшалығының алтынсы, Һошеяғ батшалығының туғыҙынсы йылында булды.
Һошеяғтың батшалыҡ итеүенең туғыҙынсы йылында Ашшур батшаһы ҡаланы ҡулға төшөрҙө һәм Исраил халҡын Ашшурға һөргөнгә алып китте. Уларҙы Халахҡа, Хавор йылғаһы буйындағы Гозан төбәгенә һәм Мадай ҡалаларына төйәкләндерҙе.
Калне Каркемиш кеүек түгелме? Хамаҫты Арпадтай тар-мар итмәнекме? Самарияның ахыры Дамасктыҡына оҡшамағанмы?
Шуға күрә Раббы Хаким былай ти: «Дошман килеп илеңде ҡамар, Самария, Һине ҡеүәтеңдән яҙҙырып, Ҡәлғәләрегеҙҙе тотош талар».
Шуға күрә һөргөнгә иң тәүҙә китерһегеҙ, Унда кәйеф-сафаға урын булмаҫ.
Ғомри батшаның ҡағиҙәләрен үтәп, Ахав йортоноң йолаларын тоттоғоҙ; Улар кәңәшенә тоғроһоғоҙ. Шуға күрә һине бушлыҡҡа әйләндерәм, Ҡала халҡын хурлыҡҡа ҡалдырам, Ҡәүемдәр өсөн мәсхәрә булырһығыҙ».
Әммә унда йәшәгәндәр арҡаһында, Уларҙың ғәмәлдәренә күрә Был ерҙәр бушлыҡҡа әйләнер.
Менашшеның улы Яир был төбәктә ауылдар биләне һәм уларҙы Яир ауылдары тип атаны.