41 Самарияла йәшәгән ҡәүемдәр Раббыға ла табынды, үҙҙәренең боттарын да онотманы. Уларҙың балалары менән ейәндәре лә бөгөнгә тиклем ата-бабалары һымаҡ йәшәй.
Ильяс халыҡ алдына сығып баҫты ла: – Ҡасанға тиклем ике арала һылтыҡлап йөрөргә уйлайһығыҙ? Әгәр Алла Раббы икән, Уға эйәрегеҙ; Бәғел Алла булһа инде, уның артынан барығыҙ, – тине. Халыҡ уға бер һүҙ ҙә өндәшмәне.
Әммә улар быға ҡолаҡ һалманы, үҙҙәренең элекке йолаларын тотто.
Өй баштарында күк есемдәренә сәждә ҡылған, Мин Раббыға сәждә ҡылып, Уға тоғролоҡҡа ант иткән, Шулай уҡ Милкомға ла табынып, вәғәҙәләр биргәндәрҙе,
Бер кем дә ике хужаға хеҙмәт итә алмай: ул йә береһенә нәфрәт тотор, икенсеһен яратыр; йә береһенә тоғро булыр, икенсеһен һанға һуҡмаҫ. Аллаға ла, байлыҡҡа ла бер юлы хеҙмәт итә алмаҫһығыҙ.