37 Уның һеҙгә яҙған ҡағиҙәләрен, ҡарарҙарын, ҡанун һәм бойороҡтарын һәр ваҡыт еренә еткереп үтәгеҙ, башҡа илаһтарға табынмағыҙ.
Һеҙҙең менән төҙөгән килешеүҙе онотмағыҙ, башҡа илаһтарға табынмағыҙ.
Улым Сөләймәнгә Һинең бойороҡ, күрһәтмә һәм ҡағиҙәләреңде теүәл үтәрлек тоғро йөрәк бир. Уға мин әҙерләп ҡуйғандарҙан ҡорам төҙөргә насип ит.
Минең бөтә күрһәтмәләремде һәм ҡағиҙәләремде тотоғоҙ, уларҙы ғәмәл ҡылығыҙ. Мин – Раббы.
Һеҙгә әйтеп ҡуям, мин бойорғандарҙың барыһын да теүәл үтәгеҙ; үҙегеҙҙән бер нәмә лә өҫтәмәгеҙ ҙә, кәметмәгеҙ ҙә.
бөтә исраилдар Аллағыҙ Раббы алдына баҫыр өсөн Раббы Үҙе һайлаған ергә йыйылғас, ошо ҡанунды ҡысҡырып уҡығыҙ.
Муса, был ҡанунды яҙып, Раббының Килешеү һандығын күтәреп йөрөтөүсе Леви ырыуынан булған ҡаһиндарға һәм Исраил аҡһаҡалдарына бирҙе.
Раббы был һүҙҙәрҙе тауҙа бөтә йыйынға ут, болот һәм ҡараңғылыҡ эсенән көслө тауыш менән һөйләне һәм быға өҫтәп башҡа бер нәмә лә әйтмәне. Шунан уларҙы ике таҡтаташҡа яҙып, миңә бирҙе.
ә үҙең бында Минең менән ҡал. Һин уларға өйрәтергә тейешле бөтә бойороҡтарҙы, ҡағиҙәләрҙе һәм ҡанундарҙы бирермен. Мин уларға биләмә итеп бирәсәк ерҙә шуларҙы еренә еткереп үтәһендәр».
Ҡарағыҙ уны, Аллағыҙ Раббы нисек бойорһа, шулай эшләгеҙ, уңға ла, һулға ла тайпылмағыҙ.
Һеҙ һәр ваҡыт Аллағыҙ Раббы бойорған юлдан йөрөгөҙ. Шул саҡта биләмә итеп аласаҡ ерҙә имен-аман оҙаҡ ғүмер итерһегеҙ.
Һеҙгә: „Мин һеҙҙең Аллағыҙ Раббы! Үҙегеҙ йәшәгән әмөриҙәр ерендә уларҙың илаһтарына табынмағыҙ!“ – тинем. Һеҙ иһә әйткәндәремде тыңламанығыҙ».