36 Бөйөк ҡеүәте һәм ҡөҙрәте менән һеҙҙе Мысырҙан алып сыҡҡан Раббыға ғына табынығыҙ, ғибәҙәт ҡылығыҙ, ҡорбан килтерегеҙ.
Һинең бөйөк исемең, көсөң һәм ҡөҙрәтең тураһында ишетеп ошо ҡорамға ҡарап доға ҡылһа,
Бары тик Аллағыҙ Раббыға ғына табынығыҙ һәм Ул һеҙҙе бөтә дошмандарығыҙҙан ҡотҡарыр, – тигәйне.
– Ниңә Миңә ялбараһың? – тине Раббы Мусаға. – Әйт Исраил халҡына, алға барһындар.
Шуға күрә Исраил халҡына әйт: «Мин – Раббы. Мин һеҙҙе мысырҙарҙың иҙеүенән ҡотҡарырмын, уларҙың ҡоллоғонан азат итермен. Мин Үҙемдең ҡөҙрәтем менән мысырҙарға ҡурҡыныс язалар ебәреп, һеҙҙе йолоп алырмын.
Әгәр ҙә Мин, ҡулымды күтәреп, һиңә һәм халҡыңа ҡырғын ебәрһәм, ер йөҙөнән юҡ булыр инең.
Халҡың Исраилды хикмәттәр һәм мөғжизәләр менән, ҡөҙрәтең, һуҙылған ҡулың менән, бөйөк дәһшәт сәсеп, Мысыр еренән сығарҙың.
Сал сәсле өлкәндәр алдында урыныңдан тор, ҡарттарға хөрмәт күрһәт. Аллаңдан ҡурҡ. Мин – Раббы.
Тәнде үлтереп тә, йәнде үлтерә алмағандарҙан ҡурҡмағыҙ. Йәһәннәмдә тәнде лә, йәнде лә һәләк итә алған Алланан ҡурҡығыҙ!
Ҡулыңды һуҙ һәм Изге Хеҙмәтсең Ғайса исеме менән һауыҡтыр, хикмәттәр һәм мөғжизәләр күрһәт.
Аллағыҙ Раббынан ҡурҡ, Уға ғына хеҙмәт ит, Уға һыйын һәм Уның исеме менән ант ит.
Иҫеңдә тот, һин дә Мысыр ерендә ҡол булдың, тик Аллаң Раббы һине унан Үҙенең ҡөҙрәте, һуҙылған ҡулы менән алып сыҡты. Шуға күрә Аллаң Раббы шәмбе көнөн тоторға бойорҙо.
Шул саҡта абай бул! Һине Мысырҙан, ҡоллоҡ йортонан алып сыҡҡан Раббыңды онотма!
Аллаң Раббынан ҡурҡ, Уға ғына хеҙмәт ит, бары Уның исеме менән ант ит.
Раббы! Һинән кем ҡурҡмаҫ та исемеңде кем данламаҫ? Бары Һин генә изгеһең, бөтә халыҡтар хозурыңа килерҙәр, улар Һиңә сәждә ҡылырҙар. Һинең ғәҙел эштәрең асылды.