Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІV Батшалар 17:35 - Изге Яҙма

35 Раббы Исраил халҡы менән килешеү төҙөп уларға: – Башҡа илаһтарға табынмағыҙ, уларға ғибәҙәт ҡылмағыҙ, хеҙмәт итмәгеҙ, ҡорбан килтермәгеҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІV Батшалар 17:35
19 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Раббының ҡанундарынан, ата-бабалары менән төҙөгән килешеүенән, күрһәтмәләренән ваз кисеп, мәғәнәһеҙ боттарға табындылар һәм үҙҙәре лә мәғәнәһеҙгә әйләнделәр. Раббының эргә-тирәләрендәге ҡәүемдәр һымаҡ эшләмәҫкә бойороуына ҡарамаҫтан, тап шулар кеүек йәшәй башланылар.


Минән башҡа аллаларың булмаһын.


Боттары хас та ҡыяр баҡсаһындағы ҡарасҡы – Һөйләшә алмайҙар; Уларҙы күтәреп йөрөтөргә кәрәк, Сөнки үҙҙәре атлай алмай. Ҡурҡмағыҙ уларҙан, Зыян ҡылырға хәлдәренән килмәй уларҙың, Әммә яҡшылыҡ та эшләй алмайҙар».


Ят илаһтарға эйәрмәгеҙ, уларға хеҙмәт итмәгеҙ һәм сәждә ҡылмағыҙ, үҙегеҙ яһаған боттар менән Мине асыуландырмағыҙ. Шул сағында Мин һеҙгә зыян килтермәм», – тине.


Аллабыҙ Раббы Хорев тауында беҙҙең менән килешеү төҙөнө.


Уларға табынып, сәждә ҡылма, сөнки Мин Раббы, һинең Аллаң, көнсөл Алламын, бары тик Үҙемә генә тоғро булып ҡалыуҙы талап итәм. Минән йөҙ сөйөргән аталарының гонаһы өсөн балаларын өсөнсө-дүртенсе быуынға тиклем язалаясаҡмын.


Башҡа илаһтарға, эргә-тирәгеҙҙә йәшәгән халыҡтарҙың илаһтарына, эйәрмәгеҙ.


Әгәр ҙә һеҙ Аллағыҙ Раббы менән төҙөгән килешеүҙе боҙһағыҙ, Уның ҡушҡандарын тыңламаһағыҙ, башҡа илаһтарға хеҙмәт итә һәм табына башлаһағыҙ – шул саҡта һеҙгә ҡаршы Раббының асыуы ялҡынланыр һәм бик тиҙҙән һеҙ Ул бүләк итеп биргән ошо гүзәл илдән юҡ булырһығыҙ.


Был илдә һаман ҡала килгән халыҡтар менән ҡатнашмағыҙ. Уларҙың илаһтарын саҡырмағыҙ һәм илаһтарының исемдәре менән ант итмәгеҙ, уларға хеҙмәт итмәгеҙ һәм табынмағыҙ.


Һеҙгә: „Мин һеҙҙең Аллағыҙ Раббы! Үҙегеҙ йәшәгән әмөриҙәр ерендә уларҙың илаһтарына табынмағыҙ!“ – тинем. Һеҙ иһә әйткәндәремде тыңламанығыҙ».


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ