Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІV Батшалар 17:34 - Изге Яҙма

34 Бөгөнгә тиклем шулай: һәр кем элекке йолалары буйынса йәшәй, Раббынан ҡурҡмай, Раббы Исраил тип атаған Яҡуптың нәҫеленә үтәргә бойорған ҡағиҙәләрҙе, ҡарарҙарҙы, ҡанун һәм бойороҡтарҙы тотмай.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІV Батшалар 17:34
14 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Шунда Теге әйтте: – Ошо көндән башлап һинең исемең Яҡуп түгел, ә Исраил булыр, һин Алла менән дә, әҙәм балалары менән дә көрәштең һәм еңдең.


– Үҙеңдең исемеңде әйтһәңсе! – тип үтенде Яҡуп. Әммә Теге яуап бирҙе: – Ни өсөн һин Минең исемемде һорайһың? Ошонда Ул Яҡупҡа фатиха бирҙе.


Ошо урында ул ҡорбан усағы эшләп, уны Эл-Элоһе-Исраил тип атаны.


былай тине: – Исемең Яҡуп ине, инде һин Яҡуп түгел. Ошонан башлап исемең Исраил булыр! Шулай итеп, Ул уға Исраил тигән исем бирҙе.


Шунан Яровғамға: – Ун өлөшөн үҙеңә ал, – тине. – Сөнки Исраил Аллаһы Раббы былай ти: «Мин батшалыҡты Сөләймәндең ҡулынан тартып алам да ун ырыуҙы һиңә бирәм.


Ә хәҙер һин миңә: «Бар, хакимыңа: „Ильяс бында“», – тип әйт, тиһең.


Ул, Раббынан «Һинең исемең Исраил булыр» тигән һүҙ алған Яҡуптың ун ике улынан таралған ырыуҙар һанына ярашлы, ун ике таш алды.


Баштараҡ улар Раббыға ғибәҙәт ҡылмай ине. Шуға күрә Раббы уларға арыҫландар ебәреп, ул йыртҡыстар кешеләрҙе үлтерә ине.


Шулай итеп, улар Раббыға ла ғибәҙәт ҡылды, бында күсеп килгәнсе ниндәй ҡәүем араһында йәшәгән булһалар, шул ҡәүемдәрҙең йолалары буйынса үҙҙәренең илаһтарына ла хеҙмәт итте.


Әммә улар быға ҡолаҡ һалманы, үҙҙәренең элекке йолаларын тотто.


Тура юлдан йөрөгән кеше Раббынан ҡурҡа, юлынан тайпылған кеше Уны һанға һуҡмай.


Тыңлағыҙ, эй Яҡуп йорто, Исраил исеме менән аталғандар, Йәһүҙәнең орлоғонан таралғандар! Раббы исеме менән ант итәһегеҙ, Исраил Аллаһын саҡыраһығыҙ, Әммә тоғролоҡ һәм тәҡүәлектән алыҫһығыҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ