ІV Батшалар 17:3 - Изге Яҙма3 Ашшур батшаһы Шалманасар Һошеяғҡа яу менән килде. Һошеяғ уға буйһондо һәм яһаҡ түләй башланы. အခန်းကိုကြည့်ပါ။ |
Аллабыҙ – бөйөк, ҡөҙрәтле, дәһшәтле, килешеүгә тоғро һәм мөхәббәтле Алла! Ашшур батшалары хакимлыҡ иткән дәүерҙәрҙән алып ошо көнгә тиклем беҙ – батшаларыбыҙ, түрәләребеҙ, ҡаһиндарыбыҙ, пәйғәмбәрҙәребеҙ, ата-бабаларыбыҙ һәм Һинең барлыҡ халҡың – дусар булған ғазаптарыбыҙ Һиңә әле лә аҙ булып тойолмаһын ине.