28 Самариянан һөрөлгән ҡаһиндарҙың береһе Бейт-Илгә ҡайтып төйәкләнде һәм Раббыға ғибәҙәт ҡылырға өйрәтә башланы.
Ашшур батшаһы: – Самариянан һөрөлгән ҡаһиндарҙың береһен ебәрегеҙ. Кире ҡайтып, унда йәшәһен һәм иленең Аллаһының ҡанундарын башҡаларға өйрәтһен, – тип бойорҙо.
Әммә һәр ҡәүем үҙенең илаһтарын да яһаны. Үҙҙәре йәшәгән ҡалаларҙа Самария халҡы төҙөп ҡалдырған ғибәҙәтханаларҙа ошо илаһтарҙың һындарын ҡуйҙылар.
Бөйөк Хаким былай ти: «Был халыҡ Мине тик теле менән хөрмәт итә, Яныма килеүе һүҙҙә генә. Әммә күңелдәре Минән алыҫ. Уларҙың Минән ҡурҡыуы Кешеләрҙән өйрәнгән ҡағиҙәләр арҡаһында ғына.
– Мин ғивримен, – тип яуап ҡайтарҙы Юныс. – Мин диңгеҙ менән ҡоро ерҙе бар иткән Күк Аллаһы Раббыға табынам.
– Ҡалдырығыҙ шуларҙы! Һуҡырҙарҙы етәкләп йөрөүсе һуҡырҙар улар. Һуҡыр һуҡырҙы етәкләп бара икән, икеһе лә соҡорға ҡолап төшәсәк.
Һеҙ – самариялылар – кемгә табыныуығыҙҙы белмәйһегеҙ, ә беҙ беләбеҙ, сөнки ҡотолоу йәһүдтәрҙән килә.