22 Исраилдар Яровғам ҡылған бөтә залим эштәрҙе ҡабатланы, унан һис кенә лә ҡалышманы.
Әммә ул Неват улы Яровғамдың Исраилды батырған гонаһтарынан – Бейт-Ил менән Данда алтындан ҡойолған башмаҡтарға табыныуҙан – ваз кисмәне.
Тик Йеһу Исраил Аллаһы Раббының ҡанунына бөтә йөрәктән тоғро түгел ине. Ул Яровғамдың Исраилды батырған гонаһтарынан айырылманы.
Йеһоаш Раббы күҙендә яман булған эштәр ҡылды һәм Исраилды гонаһҡа батырған Неват улы Яровғамдың юлын ҡыуҙы, уның гонаһтарынан ваз кисмәне.
Йеһоахаз Раббы күҙендә яман булған эштәр ҡылды һәм Исраилды гонаһҡа батырған Неват улы Яровғамдың юлын ҡыуҙы, был гонаһтарҙан ваз кисмәне.
Әммә улар Исраилды гонаһҡа батырған Яровғам нәҫеленең гонаһтарынан ваз кисмәне, уларҙың юлын ҡыуҙы. Самарияла алиһә Ашера хөрмәтенә ҡуйылған ҡолға һаман да ҡала бирҙе.
Ул да аталары кеүек үк Раббы хуш күрмәгән ғәмәлдәр ҡылды һәм Исраилды гонаһҡа батырған Яровғам Неват улының гонаһтарынан ваз кисмәне.
Раббы Исраилды Дауыт йортонан тартып алғандан һуң, исраилдар Яровғам Неват улын үҙҙәренә батша итеп ҡуйғайны. Яровғам халыҡты Раббынан биҙҙерҙе һәм ҙур гонаһҡа батырҙы.
Шуға күрә Раббы, быға тиклем ҡолдары пәйғәмбәрҙәр аша киҫәткәненсә, уларҙан бөтөнләй ситкә боролдо. Исраилдар үҙ илдәренән Ашшурға ҡыуылды һәм бөгөн дә шунда йәшәйҙәр.
Әммә ул Исраилды гонаһҡа батырған Яровғам Неват улының яман эштәрен дауам итте, уларҙан баш тартманы.
Дан ырыуы кешеләре Михаяһтан тартып алған ботто үҙҙәренә ҡуйҙы. Мусанан тыуған Гершомдың улы Йонаҫан үҙе лә, уның улдары ла һөргөн дәүеренә тиклем ошо Дан ырыуында ҡаһин булды.