1 Ахаздың Йәһүҙәгә батшалыҡ итеүенең ун икенсе йылында Самарияла Исраил тәхетенә Һошеяғ Эла улы ултырҙы һәм туғыҙ йыл батша булды.
Йоҫам Ғуззияһ улының Йәһүҙәлә батшалыҡ итеүенең егерменсе йылында Һошеяғ Эла улы Пеҡах Ремалъяһ улына ҡаршы фетнә ойоштороп, уны үлтерҙе лә урынына батша булды.
Пеҡах Ремалъяһ улының Исраилға батшалыҡ итеүенең ун етенсе йылында Йәһүҙәгә Ахаз Йоҫам улы батша булды.
Ул Раббы күҙендә яман булған эштәр ҡылды, әммә Исраилдың үҙенә тиклемге батшалары һымаҡ уҡ булманы.
Һошеяғ Эла улының Исраилға батшалыҡ итеүенең өсөнсө йылында Йәһүҙә тәхетенә Ахаз улы Хизкияһ ултырҙы.